ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Апрель 2018, 13:00

Сәләмәтлек серҙәре

Яҙ етеү менән, төрлө вирус һәм йоғошло ауырыуҙар көсәйә, балалар йышыраҡ сирләй. Ауырыуҙы кисереү һәм дауаланыу - оҙаҡҡа һуҙыла.Нисек организмды әҙерләргә?

Яҙ етеү менән, төрлө вирус һәм йоғошло ауырыуҙар көсәйә, балалар йышыраҡ сирләй. Ауырыуҙы кисереү һәм дауаланыу - оҙаҡҡа һуҙыла.
Нисек организмды әҙерләргә?
Вирустарҙан һаҡланыуҙы дауам итәбеҙ.
Март айында икенсе йә өсөнсө миҙгел вирус һәм киҙеү тулҡыны үтә. Һыуыҡтар ваҡытында еңелерәк, ә температура төшөп, ҡар иреү менән йоғошло ауырыуҙар тиҙ тарала. Эпидемия ваҡытында иҙән йыуыу, саң һөртөү, таҫтамалдарҙы һәм кейемдәрҙе алмаштырыу, бүлмәләрҙе елләтеү һәм ҡул йыуыуҙы йышыраҡ башҡарырға кәрәк.
Яҙ - ауыр осор, бигерәк тә ҡояш аҙ төбәктәрҙә Д витамины етмәүҙән кешеләр яфалана. Яҙғы витаминдар етмәүенән, балалар һәм өлкәндәр тиҙ йонсой, йыш ҡына ауырый, шомланыу һәм күңел төшөнкөлөгө кисерә. Шуның өсөн, күберәк сәтләүек, кәбеҫтә, кишер, диңгеҙ кәбеҫтәһен ҡулланығыҙ.
- Балаларға - күберәк тышта йөрөү мотлаҡ, унда улар күберәк хәрәкәт итә, саф һауала иммунитетты нығыта, көсөргәнештән арындыра. Был бигерәк тә гиперактив балаларға мөһим, улар еңел йоҡлап китә.
- Бер үк ваҡытта торорға, ятырға, һауала йөрөргә кәрәк. Компьютер, телефонда оҙаҡ ултырмаҫҡа, ваҡытында ашарға онотмаҫҡа һәм төнгөлөккә ауыр ризыҡ ашамаҫҡа.
Ванна һәм мунса яҡшы ярҙам итә.
- Өлкәндәргә организмды таҙартыу берҙә артыҡ булмаҫ. Ауыр ризыҡтан баш тартыу, рационды төрләндереү һәм йышыраҡ балыҡ, йәшелсә ҡулланыу файҙалы. Татлыны кәметергә, күберәк һыу эсергә тәҡдим ителә.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, 3-4 сәғәт һайын аҙлап ашарға кәрәк.
Читайте нас: