Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Апрель 2018, 12:32

Сәләмәт тормош алып барығыҙ - сирҙән азат булырһығыҙ

Мәғлүм булыуынса, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары - үлемгә, инвалидлыҡҡа килтергән төп сирҙәрҙең береһе. Йыл һайын уларҙан донъяла 17 миллиондан ашыу кеше вафат була. Башҡортостанда, иҫкәртеү эше әүҙем алып барылыуға ҡарамаҫтан, күрһәткестәр бик үк яҡшы түгел.

Мәғлүм булыуынса, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары - үлемгә, инвалидлыҡҡа килтергән төп сирҙәрҙең береһе. Йыл һайын уларҙан донъяла 17 миллиондан ашыу кеше вафат була. Башҡортостанда, иҫкәртеү эше әүҙем алып барылыуға ҡарамаҫтан, күрһәткестәр бик үк яҡшы түгел.
Республика кардиология үҙәге белгестәре ҡатнашлығында ойошторолған семинарҙа һүҙ үлемесле сирҙе иҫкәртеү, диагностикалау алымдары, хроник йөрәк сире менән ауырығандарҙы дауалауҙа заманса алымдар, диспансер күҙәтеүе хаҡында барҙы. Унда Федоровка, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Күмертау һәм Мәләүез дауаханалары кардиологтары, терапевтар һәм фельдшерҙар ҡатнашты.
Мөһим сара “түңәрәк өҫтәл” ултырышы менән башланды. Терапия бүлексәһе медсестраларының эш үҙенсәлеге, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарын иҫкәртеү тураһында фекер алыштылар. Үҙәк район дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллин төбәктә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуына ҡаршы алып барылған иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Медицина учреждениеһында ҡан әйләнеше боҙолоу менән бәйле барлыҡҡа килгән сирҙәрҙе дауалау эше яйға һалынған. 50-нән ашыу койка-урынлыҡ кардиология бүлексәһе бар. Тейешле квалификацияһы, тәжрибәһе булған 3 врач-кардиолог эшләй.
Республика кардиология үҙәге баш врачы, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы штаттан тыш баш кардиологы, медицина фәндәре кандидаты Ирина Николаева семинарҙа ҡатнашҡан райондарҙа күрһәтелгән кардиология хеҙмәтенә анализ яһаны. 2-се республика кардиология үҙәге бүлексәһе мөдире Сәкинә Янбаева, Күмертау ҡала дауаханаһы бүлексә мөдире Гөлнара Ардыуанова сығыштары ла әһәмиәтле булды.
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының төп сәбәптәренә ҡандағы холестериндың, шәкәрҙең юғарылығы, тәмәке тартыу, насар туҡланыу, артыҡ ауырлыҡ инә. Был шарттарҙың береһе генә булғанда ҡурҡыныс түгел, әммә бер нисә фактор бергә күҙәтелгәндә сирләү хәүефе арта. Шуларҙы иҫәпкә алып, кардиологтар зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартырға, физик күнекмә менән шөғөлләнергә, сәләмәт тормош алып барырға саҡыра.
Һүрәттә: Республика кардиология үҙәге баш врачы, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы штаттан тыш баш кардиологы, медицина фәндәре кандидаты Ирина Николаева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: