ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Апрель 2018, 13:29

Йәйәү йөрөгөҙ - һау булырһығыҙ

Атлағанда ҡан әйләнеше яҡшыра, мейегә кислород күберәк килә. Был, үҙ сиратында, хәтерҙе яҡшырта, иғтибарҙы көсәйтә. Мускулдар әүҙем эшләүе сәбәпле бәхет гормоны - эндорфин бүленеп сыға. Шуға күрә йәйәү йөрөү - күңел төшөнкөлөгөнән, насар кәйефтән ҡотолоу сараһы ла.

Һаулыҡ - иң ҙур байлыҡ, тибеҙ. Тик йыш ҡына уны сәләмәтлегебеҙ ҡаҡшағас ҡына аңлайбыҙ. Кеше һәр ваҡыт үҙенең һаулығын хәстәрләргә тейеш, сөнки иҫәнлек булмаһа, бер ынтылышыбыҙ ҙа, уңышыбыҙ ҙа ҡыуаныс килтермәйәсәк.
Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайы менән үҙәк район дауаханаһы өлкәндәр поликлиникаһы мөдире Татьяна Холостова һаулыҡ һаҡлау һәм уны нығытыу буйынса гәзит уҡыусыларына кәңәштәрен бирҙе:
- Күптәр сәләмәтлек өсөн тик медицина хеҙмәткәрҙәре яуаплы тип, яңылыш фекер йөрөтә. Һәр кеше һаулығын үҙе ҡайғыртырға тейеш.
Фәнни тикшеренеүҙәрҙән шул билдәле: кеше һаулығының иң ныҡ сағы 15-30 йәшкә тура килә. Йәш үтеү менән физик торош үҙгәрә, эшкә һәләтлелек кәмей. Быға юл ҡуймаҫ өсөн, иң беренсе, әүҙем хәрәкәт итеү, йәғни гимнастика, спорт менән шөғөлләнеү мөһим.
Физик әүҙемлек - һаулыҡты нығытыуҙа иң мөһиме. Гимнастика, даими хәрәкәт итеү мускулдарҙы нығыта, организмды сыныҡтыра. Күнекмә эшләгәндә тын алыу ағзалары эшмәкәрлеге яҡшыра, шулай уҡ быуын, һеңер, һөйәктәр нығына.
Һаулығы ныҡ, сыныҡҡан кешенең аҡыл эшмәкәрлеге, эшкә һәләтлелеге лә юғары булыуы билдәле. Мускулдарҙың даими хәрәкәтләнеүе шулай уҡ эндокрин системға яҡшы тәьҫир итә. Был инде организмдың гармониялы үҫешенә булышлыҡ итә. Сәләмәт һәм даими спорт менән шөғөлләнгән кеше үҙен ышаныслыраҡ тоя. Был уларға һәр көнгә ҡыуанып йәшәргә булышлыҡ итә.
Форсаттан файҙаланып, бөтәһенә лә йәйәү йөрөргә кәңәш итер инем. Атлау бөтә йәштәгеләр өсөн дә файҙалы. Юҡҡа ғына уны физик күнегеүҙәрҙең “королева”һы тип атамайҙар.
Атлағанда ҡан әйләнеше яҡшыра, мейегә кислород күберәк килә. Был, үҙ сиратында, хәтерҙе яҡшырта, иғтибарҙы көсәйтә. Мускулдар әүҙем эшләүе сәбәпле бәхет гормоны - эндорфин бүленеп сыға. Шуға күрә йәйәү йөрөү - күңел төшөнкөлөгөнән, насар кәйефтән ҡотолоу сараһы ла. Атлағанда умыртҡа бағанаһы, янбаш-бот һөйәгенең һөйәк массаһы нығына. Был, үҙ сиратында, остеопорозды иҫкәртә. Сәләмәт тормош алып барғандар араһында, көн һайын 40 минут тирәһе йәйәү йөрөү кеше ғүмерен 5 йылға оҙайта, тигән фекер нығынған. Врачтар ҙа уның һөҙөмтәле икәнлеген күптән раҫлаған.
Читайте нас: