Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Апрель 2018, 13:00

Һаҡ булығыҙ: талпан уянды!

Көндәр аҙ ғына йылыныу менән талпандар уяна башланы. Бөжәк үҙе бәләкәй генә булһа ла, зыяны ҙур икәнлеген һәм унан һаҡланыу сараларын һәр кем белергә тейеш.

Көндәр аҙ ғына йылыныу менән талпандар уяна башланы. Бөжәк үҙе бәләкәй генә булһа ла, зыяны ҙур икәнлеген һәм унан һаҡланыу сараларын һәр кем белергә тейеш.
Талпан энцефалиты йәки боррелиоз менән сирләмәүҙең иң ышаныслы юлы - талпандан тешләнмәү сараһын күреү. Бының өсөн урманға барғанда ҡалын, шыма туҡыманан тегелгән асыҡ төҫтәге өҫ кейеме, эстән кейгән оҙон еңле күлдәктең яғалары муйынға һылашып торорға, күлдәк салбарға, салбар итеккә йәки ботинкаға ҡыҫтырылырға, носкиҙар тығыҙ резинкалы булырға тейеш. Башты һәм муйынды яулыҡ йәки кепка менән ҡапларға кәрәк. Талпандарҙы ҡурҡытыу өсөн тәндең асыҡ өлөштәренә репелленттар (махсус химик матдә) һөртөргә мөмкин. Бынан тыш, һәр сәғәт һайын үҙегеҙҙе һәм юлдаштарығыҙҙың өҫ-башын ҡарап тороғоҙ.
Былтыр үҙәк район дауаханаһына 200-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Быйыл талпан тешләү осрағы теркәлмәгән.
Читайте нас: