ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Апрель 2018, 14:55

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

23-нән 29 апрелгә тиклем Европа иммунлаштырыу аҙналығы үтә. Акция ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, халыҡтың прививка тураһында мәғлүмәтлелеген арттырыу маҡсаты менән үткәрелә. Быйыл был сара “Вакциналар эшләй” һәм “Вакцинация - хоҡуҡ ҡына түгел, ә коллектив бурыс” лозунгыһы менән уҙғарыла.

23-нән 29 апрелгә тиклем Европа иммунлаштырыу аҙналығы үтә. Акция ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, халыҡтың прививка тураһында мәғлүмәтлелеген арттырыу маҡсаты менән үткәрелә. Быйыл был сара “Вакциналар эшләй” һәм “Вакцинация - хоҡуҡ ҡына түгел, ә коллектив бурыс” лозунгыһы менән уҙғарыла.
Прививка төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Йыл һайын ул дифтерия, һын ҡатыу (столбняк), быума йүтәл (коклюш), ҡыҙамыҡ, ҡыҙылса, паротит менән ауырыу осрағын 2-нән 3 миллионға тиклем иҫкәртә.
Иммунлаштырыу аҙналығы халыҡты прививка эшләтеүгә йәлеп итеү эшен яҡшыртыуға, әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән. Һәр кемдең ауырыуҙан һаҡланырға хоҡуғы бар. Профилактика прививкалары Милли календаргә ярашлы ғәмәлгә ашырыла, унда 12 сирҙән мотлаҡ прививка эшләтеү ҡаралған. Бынан тыш, вакцинация эпидемик күрһәткестәр буйынса айырым һөнәри төркөмдәргә, хәүефле инфекция таралған илдәргә сыҡҡанда эшләнә, шулай уҡ сиғандарға, күскенселәргә, төрлө дини конфессия ағзаларына ҙур иғтибар бүленә.
Вакцина һалынмаған балалар менән сит илгә сәйәхәткә сығыу бик хәүефле, улар йоғошло ауырыуҙарға сәп булып тора.
Прививкала организмды микроб һәм вирустарҙан һаҡлаған бөтә механизмдар бар. Вакцинация тураһында фән бер урында тормай. Бөгөн уларҙы етештереү юғары кимәлдә ойошторолған, улар хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың әһәмиәтен аңламаған атай-әсәйҙәр бар. Шуның менән улар балаларын һәм үҙҙәрен ауырыу йоҡтороу хәүефе аҫтына ҡуя. Үҙ ваҡытында эшләтелгән прививка ауырыуҙарҙы иҫкәртә һәм һаулыҡты һаҡлай. Иммунлаштырыу аҙналығында ҡатнашығыҙ - прививка эшләтегеҙ!
Зилә ӨМӨТБАЕВА,
балалар поликлиникаһы мөдире.
Читайте нас: