Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Апрель 2018, 13:58

Талпандан нисек һаҡланырға?

Яҙғы-йәйге осорҙа, айырыуса майҙа талпан ҡаҙалыу осрағы күбәйә. Уларҙан нисек һаҡланырға? Ҡаҙалһа, бөжәкте нисек алырға һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Яҙғы-йәйге осорҙа, айырыуса майҙа талпан ҡаҙалыу осрағы күбәйә. Уларҙан нисек һаҡланырға? Ҡаҙалһа, бөжәкте нисек алырға һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Гөлназ ХУЖИНА.
Һорауға үҙәк район дауаханаһы баш врачы урынбаҫары Роза СОЛТАНГИРОВА яуап бирә:
-Эйе, талпандың кешегә ҡаҙалыу осрағы башлыса май башынан июнь урталарына тиклем күҙәтелә.
Билдәле булыуынса, бөжәк энцефалит һәм боррелиоз кеүек йоғошло ауырыуҙар таратыусы булып тора.
Талпандан һаҡланыу өсөн урманға барғанда тәнгә һылашып торған ябыҡ өҫ кейеме, башлыҡ кейегеҙ йәки яулыҡ ябынығыҙ, салбар балағын итеккә, ботинкаға ҡыҫтырығыҙ. Кейемде махсус препарат менән эшкәртегеҙ. Даими рәүештә юлдаштарығыҙ менән бер-берегеҙҙең өҫ-башын ҡарағыҙ. Ергә ултырырға, ятырға тырышмағыҙ, ял итеү өсөн ҡыуаҡлыҡтарҙан йыраҡ ҡояшлы урын һайлағыҙ.
Бөжәк ҡаҙалған осраҡта уны тәндән тиҙерәк сығарырға тырышығыҙ. Башы өҙөлөп ҡалмаһын өсөн, һаҡлыҡ сараларын күрегеҙ һәм шулай уҡ энцефалитҡа ҡаршы махсус профилактика кәрәклеген белеү өсөн дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ. Тағы ла шуға иғтибарҙы йүнәлткем килә: талпанды тиренән алыу өсөн май, крем, вазелин, кәрәсин кеүек саралар ҡулланмағыҙ.
Бөжәктең инфекция йөрөтмәүен асыҡлар өсөн түбәндәге адрестар буйынса лаборатория тикшереүен үткәреү мөһим: Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7, иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем (телефоны: 8 (347) 287-85-23; 287-85-24; 8-927-23-63-261). Материал иртәнге 11-гә тиклем килтерелһә, тикшереү һөҙөмтәһе шул көндө үк, ә 11-ҙән һуң килтерелһә, иртәгәһенә бирелә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Революция урамы, 2-а, (телефоны: 8 (34734) 3-64-44) матуриал ҡабул итеү - иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Талпан энцефалитына ҡаршы иммуноглобулинды бөжәк ҡаҙалғандан һуң тәүге 72 сәғәттә һалыу мөһим. Шуға күрә медицина ярҙамын алыуға ашығырға кәрәк. Врач күрһәтмәһе буйынса иммуноглобулин балаларға бушлай һалына, ә өлкәндәргә вирус эләктереүгә ыңғай анализ булғанда ғына түләүһеҙ.
Эш көнөндә - балалар һәм ололар поликлиникаһына, ял һәм байрамда терапия корпусының ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас: