ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Май 2018, 17:01

Нур һибеүсе ҡояш кеүек

Бар тәбиғәт уяна башлаған иң матур миҙгелдә, ҡояш нурҙарының иң сағыу мәлендә Һабаш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып, бөгөн Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Руфина Солтанованың иҫтәлекле көндәренең береһе - алтын юбилейы.

Бар тәбиғәт уяна башлаған иң матур миҙгелдә, ҡояш нурҙарының иң сағыу мәлендә Һабаш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып, бөгөн Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Руфина Солтанованың иҫтәлекле көндәренең береһе - алтын юбилейы.
Ергән урта мәктәбен уңышлы тамалағас, ул уҡыуын Салауат медицина училищеһында дауам итә. Был юлды һайларға уға уның химия уҡытыусыһы Марат Зәки улы Ғәниев кәңәш итә, сөнки был фән буйынса олимпиадаларҙа Руфинаға етеүсе булмай. Һис тә үкенмәй ул ауыр ҙа, кәрәкле лә һөнәр үҙләштереүенә. Бына инде 30 йыл ғүмерен кеше дауалауға арнап ул үҙәк дауахананың гинекология бүлегендә эшләй.
Ире Барый Разим улы менән сәстәрен сәскә бәйләп бәхетле тормош кисерәләр. Ҙур, матур йорт һалып инәләр. Берҙән-бер ҡыҙҙары Регина - уларҙың мөхәббәт емеше, ҡыуанысы. Әйткәндәй, ул да әсәһенең юлын дауам итеп, Ырымбур медицина академияһында белем ала. Бөгөн ул район үҙәк дауаханаһында - врач. Ғаилә ҡороп, йәштәр үҙ аллы йәшәй, ҡыҙ үҫтерәләр.
Изге күңелле, яғымлы Руфина авил ҡыҙы өлкән йәштәге әсәһен дә ҡарай. Рәмзиә инәй балаларының уңыштарына ҡыуанып бөтә алмай, уларҙың иҫәнлегенә доғаларын бағышлай, иң изге теләктәрен юллай. Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы: ул гәзит-журналдарҙан айырылмай, һәр һанын көтөп ала, башынан аҙағына тиклем уҡый. Район гәзите «Көнгәк» те бигерәк үҙ итә, яратып уҡый.
Руфина Солтанова - нур һибеүсе ҡояш кеүек. Уны коллективында ғына түгел, пациенттар ҙа хөрмәт итә, сөнки ул төплө белемле, эшенә һәр ваҡыт яуаплы ҡарай, кешеләргә йылы һүҙен, иғтибарын йәлләмәй. Хеҙмәте өсөн күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Ул үҙен бәхетле тип һанай. Ғаиләһе, эргәһендә ҡәҙерле кешеләре, туғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйы, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, ә иң мөһиме - яратҡан эше бар. Бөгөн дә ул, һәр ваҡыттағы кеүек дауаханаға, унан ярҙам көткән ауырыуҙар янына ашыға. Алтын юбилейы айҡанлы Руфина Авил ҡыҙын яҡындары, хеҙмәттәштәре генә түгел, ә йөҙәрләгән пациенттары ла изге теләктәре еткерә. Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылып уға бәхет, ғаилә именлеге. Күңел тыныслығы. Уңыштар һәм тағы ла яңы үрҙәргә үрләегеҙҙе теләйбеҙ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: