ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Май 2018, 12:35

Һаулығыбыҙ үҙебеҙгә бәйле

Йыл һайын майҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә бөтә донъяла Халыҡ-ара СПИД-тан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә.

Йыл һайын майҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә бөтә донъяла Халыҡ-ара СПИД-тан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. Был дата эпидемия алып киткән кешеләрҙе хәтерләү, ВИЧ-инфекцияһын йөрөткәндәргә ярҙам итеү һәм был проблемаға йәмғиәт иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.
Йыл башынан республикала ВИЧ-инфекциялы 913 кеше асыҡланды, шуның 557-һе - ир-егет, 356-һы - ҡатын-ҡыҙ. Вирус йөрөткән 194 ауырлы ҡатын теркәлгән. Инфекциялы әсәйҙәрҙән 152 бала тыуған. Диспансер күҙәтеүҙә бөтәһе 20410 кеше иҫәпләнә, шул иҫәптән 12506 - ир-егет, 7904 - ҡатын-ҡыҙ.
Район-ҡала буйынса диспансер иҫәптә 503 пациент. Йыл башынан 20 кеше иҫәпкә ҡуйылған, 6-һы вафат булған. Инфекцияның таралыу юлдарынан енси юл өҫтөнлөк итә - 71 процент, ҡан тамыры аша - 27 процент, әсәнән балаға күсеү юлы менән - 0,93 процент.
Халыҡ-ара СПИД-тан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнө ВИЧ-инфекцияһынан һаҡланыу өсөн ябай ғына талаптарҙы үтәү мөһимлеген иҫкәртә. Сир иртә асыҡланған һәм ваҡытында дауаланған осраҡта ғына кеше эшләй, ғаилә ҡора һәм сәләмәт бала таба ала.
ВИЧ күптән инде “хәүеф төркөмө”ндәгеләр ауырыуы булыуҙан туҡтаны. Бөгөн социаль статус та, йәш тә, кешенең тышҡы ҡиәфәте лә уның инфекция йөрөтмәүе тураһында һөйләй алмай. Уны йоҡтормаҫ өсөн осраҡлы енси бәйләнештәрҙән, наркотиктарҙан баш тартыу, сәләмәт тормош алып барыу мөһим. Шулай уҡ уға ҡаршы көрәштә сирҙе ваҡытында диагностикалау ҙур роль уйнай.
Әгәр ҙә һеҙҙә шик барлыҡҡа килһә, тикшерелеү, дауаланыу, консультация кәрәк булһа, үҙәк район дауаханаһы өлкәндәр поликлиникаһына 102-се кабинетҡа (телефоны: 5-34-15) йәки республика СПИД-ҡа ҡаршы көрәш һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса үҙәккә (Өфө ҡалаһы, Һөнәрселәр урамы, 18, “Ышаныс телефоны”: (347) 250-04-72, сайты: www.ufaaids.bashmed.ru) мөрәжәғәт итегеҙ.
Әлфиә ХӘБИБУЛЛИНА,
врач-инфекционист.
Читайте нас: