ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Май 2018, 12:07

Бөгөн сәләмәт тормош алып барыу модала

25 майға тиклем республикала “Халыҡ һаулығы көнө” акцияһы үтә. Был сара йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иртә асыҡлау маҡсатында ойошторола.

25 майға тиклем республикала “Халыҡ һаулығы көнө” акцияһы үтә. Был сара йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иртә асыҡлау маҡсатында ойошторола.
Акция барышында үҙәк район дауаханаһында иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 3-кә тиклем “асыҡ ишектәр көнө” үткәрелә. Унда артериаль баҫымды үлсәтергә, сәләмәт тормош буйынса кәңәш алырға мөмкин.
346-сы “Башфармация” дарыухана селтәрендә (Ленин урамы, 150) үҙәк район дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәре иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 1-гә тиклем теләүселәрҙең бөтәһенең дә баҫымын үлсәй.
23 майҙа иртәнге 10-сы яртынан көндөҙгө 1-гә тиклем Шәкәрселәр ҡасабаһында 7-се мәктәп биләмәһендә күсмә һаулыҡ үҙәге эшләйәсәк. Унда ЭКГ үтергә, анализ тапшырырға мөмкин, терапевт ҡабул итә.
Ошо уҡ көндә көндөҙгө 3-тә үҙәк район дауаханаһының “ашығыс ярҙам” бүлексәһе тамаша залында (2-се ҡат) “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары” темаһына Һаулыҡ мәктәбе эшләй.
Һәр кем шуны аңларға тейеш: һаулығыбыҙ сәләмәт тормош алып барыуыбыҙға бәйле. Эшкә һәләтле йәштәгеләр, айырыуса ир-егеттәр араһында тәмәке тартыу ныҡ таралған. “Тәмәжник”тәрҙә йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш, үпкә сирҙәре йыш осрай.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары билдәләүенсә, хәүефһеҙ тәмәке изделиелары булмай. Күптәр һимереүҙән ҡурҡып, тартыуын ташламай. Дөрөҫ туҡланһаң, диета тотһаң, кәүҙә ауырлығы артмаясаҡ.
Ҡайһы бер витаминдар тәмәке ташлауҙы еңелерәк кисерергә булышлыҡ итә: С (әлморон, ҡара ҡарағат, йәшел һуған, кәбеҫтә, лимон һәм башҡалар), В1 (күҙәнәктәргә бай ондан бешерелгән икмәк, ярма), В12 (йәшел борсаҡ, әфлисун, ҡауын), РР (фасоль, ярма, сүпрә, кәбеҫтә, һөт ризыҡтары, картуф), А (йәшелсәләр), Е (үҫемлек майы, йәшел төҫтәге йәшелсә, шытҡан бойҙай).
Һимереүҙең клиник төрҙәре булғандарға аҙ калориялы аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә, “ашауҙы кәметеү көндәре” үткәрергә кәңәш ителә. Көнөнә аҙлап, 5-6 тапҡыр ашау яҡшы һөҙөмтә бирә. Организм яҡшы эшләһен өсөн, аҙыҡ матдәләре дөйөм калориялылыҡтың түбәндәге нисбәттә тәшкил итергә тейеш: аҡһым - 15, май - 35, углевод - 50 процент.
Сәләмәтлек өсөн шулай уҡ физик әүҙемлек, ыңғай тойғолар бик мөһим. Физик культура һәм спорт менән үҙ аллы шөғөлләнергә теләһәгеҙ, медицина тикшереүе үтергә тәҡдим ителә. 30 йәшкә тиклем - врачтың дөйөм тикшереүе, 30-40 йәштәгеләргә - ЭКГ үтергә, 40-тан үткәндәргә врач-физкультура диспансеры инструкторы күҙәтеүе аҫтында шөғөлләнергә тәҡдим ителә. Физик күнегеүҙәрҙе даими рәүештә, аҙнаһына кәмендә өс тапҡыр эшләргә. Күнегеүҙәр йөрәк мускулдарын нығыта һәм организмдың дөйөм торошона ыңғай йоғонто яһай. Онотмағыҙ: йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау врачтан ғына түгел, һәр кешенең үҙенә лә бәйле.
Гүзәл ЯҠШЫБАЕВА,
врач-кардиолог.
Читайте нас: