Конгэк
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Июнь 2018, 11:39

Талпандан һаҡланығыҙ!

Йыл һайын яҙғы-йәйге осор етеү менән талпандан тешләнеү хәүефе тыуа. Нимә менән ҡурҡыныс һуң был бөжәк?

Йыл һайын яҙғы-йәйге осор етеү менән талпандан тешләнеү хәүефе тыуа. Нимә менән ҡурҡыныс һуң был бөжәк?

Талпан энцефалит, боррелиоз (Лайма ауырыуы), эрлихиоз, листериоз, туляремия һәм башҡа ауырыуҙар йоҡтороу менән хәүефле.
Был сирҙәрҙең бөтәһенең дә тәүге билдәләре бер-береһенә оҡшаш. 2-нән 40 көнгә тиклем дауам иткән йәшерен осор үткәс, сирленең температураһы күтәрелә, башы ауырта, уҡшыта, тиҙ ҡыҙыусанға әйләнә. Талпан тешләгәндән һуң үҙегеҙҙә ошондай үҙгәрештәр һиҙһәгеҙ, мотлаҡ дауаханаға медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ. Диагноз ни тиклем иртәрәк асыҡланып, дөрөҫ дауалау билдәләнһә, һауығыуға ышаныс шул тиклем ҙур була.
Талпан энцефалитеты
Был - үҙәк нервы системаһы зарарланыуына килтергән йоғошло ауырыу. Уның һиҙҙермәй үтеүе лә мөмкин, шулай уҡ үлемгә йәки инвалидлыҡҡа (ҡул, муйын мускулдары фалижы, эпилепсия) килтергән осраҡтары ла бар.
Боррелиоз
Был сир аяҡ-ҡулды, йөрәк-ҡан, нервы системаһын зарарлай, оҙайлы ваҡытҡа эшкә һәләтһеҙ ҡалдыра, инвалидлыҡҡа килтерә. Уның төп билдәһе: бөжәк тешләгән урын тирәләй тирелә ҡыҙыл түңәрәк, йәғни эритема барлыҡҡа килә.
Дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеүе еңелерәк
Урманға барһағыҙ, тәбиғәткә сыҡһағыҙ, талпан үтмәҫлек итеп кейенегеҙ. Кейемегеҙ асыҡ төҫтә булыуы мөһим. Махсус кейем булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Балағығыҙҙы аяҡ кейеменә, ойоғоғоҙға тығығыҙ, күлдәк, кофта еңен резина менән тарттырып ҡуйығыҙ. Башығыҙға яулыҡ ябынығыҙ, муйынығыҙҙы ла ҡаплағыҙ. Ял итер өсөн үләнһеҙ урынды йәки ҡоро ҡарағай урманы янын һайлағыҙ.
1,5-2 сәғәт һайын бер-берегеҙҙе йәки үҙегеҙҙе тикшерегеҙ. Урмандан ҡайтҡас өҫ кейемен ишек төбөндә үк һалығыҙ ҙа, тәнегеҙҙе ҡарап сығығыҙ. Талпан шунда уҡ ҡаҙалмай, ул ғәҙәттә тәндең тиреһе йомшаҡ һәм йоҡа урындарын һайлай: ҡолаҡ арты, муйын, ҡултыҡ аҫты, баш.
Һаҡланыу саралары
Талпандан һаҡланыуҙың “Претикс” ҡәләме, “Медифокс-антиклещ”, “Торнадо Антиклещ” спрейҙары, “Дэта” аэрозоле кеүек махсус саралары бар. Инструкцияға ярашлы ҡулланһаң, улар 15 тәүлеккә тиклем талпандан һаҡларға мөмкин.
Төп иҫкәртеү сараһына шулай уҡ энцефалитҡа ҡаршы вакцина һалдырыу, биләмәләрҙе талпанға ҡаршы эшкәртеү инә. Бөгөнгә дезинфекция бүлексәһе “Дан” һәм Гагарин исемендәге парктарҙы, “Эверест”, “Урман әкиәте”, “Парус” туристик базаларын эшкәртте. Прививканы яҙын бөжәк уянғансы эшләтеп бөтөү өсөн көҙ көнө (сентябрь-октябрь) башларға кәрәк. Бер йылдан һуң прививканы ҡабатлайҙар. Артабан уны 3 йылға бер тапҡыр һалдырырға мөмкин. Вакцина яһатмағандарға талпан ҡаҙалған осраҡта иммуноглобулин эшләйҙәр.
Әгәр бөжәк тешләһә...
Талпан тәнгә ҡаҙалһа, уны мороно өҙөлөп ҡалмаҫлыҡ итеп тартып алырға кәрәк. Яраны йод иретмәһе менән эшкәртегеҙ һәм медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ. Йоғошло ауырыуға тикшереү өсөн бөжәкте ҡапҡасы булған флаконға һалып, Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7 адресы буйынса лабораторияға ебәреү мөһим.
Уны ҡул менән һытып үлтереү ҡәтғи тыйыла, сөнки тире аша үлемесле инфекцияны йоҡтороу хәүефе бар.
Талпан тешләгәндән һуң барлыҡҡа килгән проблемаларҙы еңеләйтеүҙә ирекле медицина страховкалауы ҙур роль уйнай. Талпан ҡаҙалғандан һуң бер ай тирәһе һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ. Тән температураһы күтәрелеүен, баш ауыртыуын һәм дөйөм хәлһеҙлек тойоу менән дауаханаға барығыҙ.
Мария СКОТАРЕВА,
“Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге” һаулыҡ һаҡлау федераль бюджет учреждениеһы район-ара филиалы баш врачы.
Һандар һәм факттар
2013-2017 йылдарҙа Мәләүез районында талпан ҡаҙалыуҙың 1225 осрағы теркәлгән.
Шуның 563 осрағы - 17 йәшкә тиклемге балаларҙа.
Быйыл беренсе осраҡ 12 апрелдә теркәлгән.
Бөгөнгә тиклем бөтәһе - 109 осраҡ.
Шуның 24-е - балаларҙа.
Һуңғы 5 йылда 2-шәр энцефалит һәм боррелиоз йоҡтороу осрағы билдәләнгән.
Беләһегеҙме?
Күптәр талпан өҫтән йәки ағастан һикерә тип уйлап, яңылыша. Киреһенсә, улар ҡорбанын аҫтан һағалай. Улар башлыса ҡояштан ҡасып, ҡуйы үлән, селек араһында йәшәй.