ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Июнь 2018, 14:44

Йылмайыу - ул үҙе бер бәхет

Йәй - һаулыҡты нығытыу, сынығыу, витаминдар туплау өсөн иң яҡшы осор. Йылы көндәр – теш сәләмәтлеген хәстәрләү өсөн дә уңайлы мәл.

Тик тешегеҙ сәләмәт булыуы мөһим
Йәй - һаулыҡты нығытыу, сынығыу, витаминдар туплау өсөн иң яҡшы осор. Йылы көндәр – теш сәләмәтлеген хәстәрләү өсөн дә уңайлы мәл. Йәй көнө теш-ҡаҙналарҙы таҙартыу һәм тәрбиәләүҙең үҙенсәлектәре бармы? Эҫе ваҡытта теште нимәнән һаҡларға? Үҙәк район дауаханаһы стоматология бүлексәһе мөдире Тәлғәт МОРАТОВ ошо һорауҙарға яуап бирә:
- Йәй көнө теште һәм ауыҙ ҡыуышлығын тәрбиәләүҙең үҙенсәлеген бөтәһе лә белеп бөтмәй. Эҫе көндә иһә йылмайыуға һәм матурлыҡҡа хәүеф янаған күренештәр байтаҡ. Мәҫәлән, күптәр һыуһынын ҡандырыу өсөн тирләгән көйө һыуыҡ һыу, кеүәҫ, һут эсергә ярата. Һыуыҡ эсемлектең тешкә, ҡаҙнаға ғына түгел, ә тамаҡҡа, тотош организмға зыяны ҙур.
Тап ошо миҙгел - теште таштан һәм ҡуныҡтан (налет) йәки ҡатламдан арындырыу өсөн уңайлы осор.
Тештәрҙе сәләмәт һаҡлау өсөн организмда һыу етерлек кимәлдә булыуы бик мөһим. Бының менән һеҙ ҡаҙна тиреһен һәм туҡымаларын - һыуһыҙлыҡтан, ә теште кариестан һаҡларһығыҙ. Татлы һыуға ҡарағанда ябай һыуға өҫтөнлөк бирегеҙ. Лимонад, әлбиттә, иң тәмле йәйге эсемлектәрҙең береһе, әммә эсемлектәге шәкәр һәм лимон кислотаһы тештең боҙолоуына килтерә. Әгәр ҙә лимонадтан баш тарта алмаһағыҙ, уны эскәндән һуң, шәкәрһеҙ һағыҙ сәйнәгеҙ йәки һыу менән сайҡатығыҙ.
Емеш-еләк ашағанда ла иғтибарлы булығыҙ. Мәҫәлән, цитрус емештәрҙе күп ашау эмалгә зыян килтерә. Шуға күрә уны ашағандан һуң мотлаҡ ауыҙығыҙҙы һәм тешегеҙҙе йыуығыҙ. Ҡарбуҙ, киреһенсә, ауыҙ ҡыуышлығын таҙарта, уны күпләп ашау бигерәк файҙалы.
Бассейнда даими йөҙөү ҙә тештең сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай. Һыуҙағы хлор тешкә зыян килтермәһен тиһәгеҙ, сыҡҡас та ауыҙ ҡыуышлығын таҙа һыу менән сайҡағыҙ.
Ошо ябай ғына талаптарҙы үтәһәгеҙ, тешегеҙ сәләмәт булыр, ә йөҙөгөҙҙө һәр ваҡыт матур йылмайыу биҙәр.
Читайте нас: