ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Июнь 2018, 14:05

Сысҡан таратҡан ҡурҡыныс сир

Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк - тәбиғи сығанаҡлы йоғошло ауырыу. Уны башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата.

Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк - тәбиғи сығанаҡлы йоғошло ауырыу. Уны башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата.
Вирус, нигеҙҙә, кимереүселәрҙең кибеп, саң менән һауаға таралған бүлендеһе аша тын алғанда йәки тирегә, күҙгә, танауға, ауыҙға эләккән осраҡта күсә.
Сирҙе йоҡтороу ҡурҡынысы йәйге-көҙгө осорҙа тәбиғәттә, баҡсала булһа, ҡышын көнкүрештә, производствола йыш осрай. Был ҡыр сысҡандарының торлаҡ биналарға, етештереү биналарына эйәләүенә бәйле. Ҡар аҙ булһа, һауа температураһы йыш үҙгәреп торһа, кимереүселәр йыш ҡына урмандан торлаҡ биналарға күсеп йөрөй.
Нисек һаҡланырға?
Геморрагик биҙгәккә ҡаршы ниндәй ҙә булһа вакцина йәки иммуноглобулин юҡ. Уны тик дөйөм санитария ҡағиҙәләрен үтәп кенә иҫкәртеп була. Шуны ла белеү мөһим: сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай.
Төп иҫкәртеү сараларына түбәндәгеләр инә:
- саңлы эш башҡарғанда (иҫке бинаны емергәндә, бесән, һалам өйгәндә һ.б) бирсәткә, респиратор, мамыҡ-марля битлек кейегеҙ;
- кимереүселәр йөрөгән хужалыҡ ҡаралтыларында эшләр алдынан яҡшылап елләтегеҙ, дезинфекция сараларын ҡулланып йыуып сығарығыҙ, был биҙгәк вирусын һаҡлаған саңды бөтөрөргә ярҙам итер;
- аҙыҡ-түлекте ябыла торған һауыттарҙа һаҡлағыҙ, сысҡан ашаған ризыҡты термик эшкәртеү үткәрмәйенсә ҡулланмағыҙ;
- эш ваҡытында тартмағыҙ, тәмәке менән ауыҙығыҙға вирус индереүегеҙ бар;
- үлгән йәки тере сысҡандарҙы бирсәткәһеҙ тотмағыҙ.
- баҡса йортонда, дачала постель кәрәк-яраҡтарын 3-5 сәғәт ҡояшта киптерегеҙ.
Ауырыу билдәләре ниндәй?
Тән температураһы күтәрелә, баш һәм мускулдар ауырта, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә. Ҡайһы берҙә танау тона, йүткертә, тамаҡ шешә, күҙҙең күреү һәләте кәмей. Ваҡытында дауаланмаһаң, бил, эс ауырта, тән тиреһенә сабыртма сыға. Ауыр осраҡта бөйөр эшмәкәрлеге боҙола, бөйөрҙән, танауҙан, ашҡаҙандан ҡан ағыуы ихтимал.
Сир йоҡҡанын белһәң, ни эшләргә?
Ауырыуҙың тәүге билдәләрен тойғас та медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеү мөһим. Үҙ ваҡытында дауаханаға бармаһағыҙ, сирҙең аҙыуы, һөҙөмтәлә хатта үлемгә илтеүе мөмкин.
Кимереүселәргә ҡаршы көрәш нисек алып барыла?
Мәләүез районында сысҡандарға ҡаршы көрәш “Башҡортостанда гигиена һәм эпидемиология үҙәге”нең Күмертау район-ара филиалының иҫкәртеү дезинфекцияһы бүлексәһе менән килешеү нигеҙендә ойошторолған. Быйыл Мәләүез ҡалаһы, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, балалар һауыҡтырыу, белем биреү учреждениелары, эшҡыуарҙар һәм башҡа ойошмалар менән килешеү төҙөлдө.
Шулай уҡ республика бюджеты иҫәбенә Иштуған, Ергән, Воскресенский, Түбәнге Таш, Первомай, Һәргәй ауылдарына ҡараған урман биләмәләре сысҡанға ҡаршы эшкәртелде.
Мария СКОТАРЕВА,
Башҡортостанда гигиена һәм эпидемиология үҙәге Күмертау район-ара филиалы баш врачы.

Һандар һәм факттар
2013 йылдан алып районда 142 кеше геморрагик биҙгәк менән ауырыған.
Шуның 8-е - 17 йәшкә тиклемгеләр.
Һуңғы өс йылда 50 кешенең ауырыуы теркәлгән.
Йоҡтороу шарттары түбәндәгесә: 25 осраҡ - шәхси секторҙа (йорт-ҡаралтыла эшләгәндә), 46-һы-урманға барғанда (бесән сапҡанда, еләк, бәшмәк йыйғанда), 2-һенең урыны билдәһеҙ.
Белешмә өсөн:
Сысҡан ағыуын Мәләүез ҡалаһы, Октябрь урамы, 82 адресы буйынса йыл әйләнәһенә иртәнге 9-сы яртынан 5-се 20 минутҡа тиклем алырға мөмкин.
Читайте нас: