Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Июнь 2018, 11:31

“Асыҡ регистратура” нимә менән уңайлы?

Республикала, шул иҫәптән районда йылдан-йыл дауаханаларҙа хеҙмәтләндереү сифаты арта. “Асыҡ регистратура” проекты ғәмәлгә ашырылыуы шуға дәлил. Ул поликлиникаларҙа сиратты кәметеү маҡсатында булдырылған.

Республикала, шул иҫәптән районда йылдан-йыл дауаханаларҙа хеҙмәтләндереү сифаты арта. “Асыҡ регистратура” проекты ғәмәлгә ашырылыуы шуға дәлил. Ул поликлиникаларҙа сиратты кәметеү маҡсатында булдырылған.
Башҡортостан халҡы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең егерме ете йыллығын билдәләгән көндә үҙәк район дауаханаһында ла ошо проектҡа ярашлы яңыртылған регистратура асылғайны. Мәләүездәр уның уңайлылығын һынаны ла инде.
Нимәһе менән уңайлы ул?
Иң беренсе, әлбиттә, пациенттың медицина хеҙмәткәре менән аралашыуы өсөн ике аралағы ҡаршылыҡтың һәм бер-береңдең үксәһенә баҫып килгән сираттың юҡлығы менән отошло. Пациенттар электрон ҡулайламаларҙа талон ала ла саҡырғандарын көтөп ултыра.
Проектҡа ярашлы поликлиника фойеһы үҙгәртеп ҡоролдо. Регистратурала электрон идара итеү системаһы ҡуйылыуы сиратты ғына кәметмәне, ә заман менән бергә атлаған абруйлы медицина учреждениеһы репутацияһын да булдырҙы.
Яңыса технологиялар пациенттарҙы врачҡа ҡабул итеүгә алдан яҙыу һәм теркәү өсөн дә яҡшы. Бынан тыш, өйгә врач саҡыртыу, мәғлүмәтте, шул иҫәптән карталарҙы ваҡытында биреү йәһәтенән медицина хеҙмәткәрҙәренең дә эш шарттары яҡшырҙы. Дежур администратор килеүселәргә кәрәкле консультация, һорауҙарға яуап бирә. Пациенттар өсөн шулай уҡ көтә торған урын бар. Үҙәк район дауаханаһында ауырыуҙарға, шул иҫәптән хеҙмәткәрҙәргә уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән маҡсатлы эш артабан да дауам итә.
Һүрәттә: Асыҡ регистратура поликлиникала сиратты ғына кәметмәне, ә абруйлы дауахана исемен алырға ла булышлыҡ итте.
Автор фотоһы.
Читайте нас: