ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Июнь 2018, 11:34

Һаулыҡ һәм ғүмер һағында

Йөрәк - ҡатмарлы ағза, уны дауалауы еңел түгел, шуға ла уның тураһында даими хәстәрлек күрергә кәрәк. Йәш саҡта күнекмәләр эшләү, урта йәштәрҙә артыҡ көсөргәнештән һаҡлау, ә олоғайғанда врач күҙәтеүендә уның төп күрһәткестәрен контролдә тотоу мөһим.

Йөрәк - ҡатмарлы ағза, уны дауалауы еңел түгел, шуға ла уның тураһында даими хәстәрлек күрергә кәрәк. Йәш саҡта күнекмәләр эшләү, урта йәштәрҙә артыҡ көсөргәнештән һаҡлау, ә олоғайғанда врач күҙәтеүендә уның төп күрһәткестәрен контролдә тотоу мөһим. Үҙәк район дауаханаһының кардиология бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре шундай фекерҙә.
Билдәле булыуынса, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары донъяла үлемгә, инвалидлыҡҡа килтергән төп сир иҫәпләнә. Йыл һайын уларҙан 17 миллион тирәһе кеше вафат була. Кардиологтар йөрәк ауырыуҙарына һәм инсультҡа килтергән сәбәптәрҙән артериаль гипертензия, ҡанда глюкозаның һәм холестериндың күп булыуын, артыҡ тән ауырлығын атай. Шулай уҡ хәҙерге заман кешеһе аҙ хәрәкәтләнеүе, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуы, дөрөҫ туҡланмауы, тәмәке тартыуы иң мөһим ағзаларҙың береһенә кире йоғонто яһауын билдәләй. Шуға ла бүлексә хеҙмәткәрҙәре сирлеләргә ауыр саҡта ярҙам итеп, дауалап ҡына ҡалмай, ә уларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу йәһәтенән дә ҙур эш алып бара.
Кардиология бүлексәһе үҙенең тәүге пациенттарын 1984 йылдың 22 февралендә ҡабул итә. Шунан алып унда йыл һайын 1200-1250 кеше һаулығын нығыта. Бөгөн граждандарҙың һаулығы һәм ғүмере һағында 22 медицина хеҙмәткәре тора, шул иҫәптән, 3 врач, 11 медсестра, 11 кесе персонал. 2000 йылдан алып бүлексә менән тәжрибәле белгес, юғары квалификациялы врач-кардиолог Әмир Яҡшыбаев етәкселек итә.
Коллектив эшһөйәрлеге, тырышлығы менән генә түгел, берҙәмлеге менән дә дауаханала дан тота. Хеҙмәткәрҙәрҙең бөтәһе лә тиерлек, кастелянша Зоя Акшенцева, өлкән медсестра Ирина Урклина кеүек, бүлексә асылғандан алып эшләй. Улар шулай уҡ дауалау учреждениеһының йәмәғәт тормошонда әүҙемлеге менән айырыла. Бүлексәләр араһында үткәрелгән конкурстарҙа, спартакиадаларҙа, ярыштарҙа теләп ҡатнаша. Бындай саралар коллективты тағы ла нығыраҡ яҡынайтыуын, туплауын яҡшы белә улар. Ә татыулыҡ - тотороҡлоҡ нигеҙе. Был төп эшкә - ауырыуҙарҙы дауалауҙа - туранан-тура ыңғай йоғонто яһай.
Кардиология бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре утыҙ йылдан ашыу һалынған традицияларҙың иң яҡшыларын һаҡлап, заман менән бергә бара. Ауырыуҙарҙы дауалауҙа яңы технологиялар, стандарттар ҡулланалар. Бүлексәлә заманса ҡорамалдар, йыһаздар, дарыу менән тәьмин итеү яйға һалынған. Республика кардиология һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, республиканың алдынғы кардиологтары ойошторған селектор кәңәшмәләрҙә, күсмә семинарҙарҙа, конференцияларҙа ҡатнаша. Быларҙың бөтәһе лә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан вафат булыу осрағын кәметеүе билдәләнгән.
Әмир Марат улы әйтеүенсә, ваҡытында күрелгән иҫкәртеү саралары йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефен ҡырҡа кәметә. Был тәңгәлдә, иң беренсе, эш һәм ял режимын күҙәтеү мөһим. Тейешле ваҡытта йоҡлау ағзаларҙың һәм йөрәк-ҡан системаларының ваҡытынан алда туҙыуын иҫкәртә. Йөрәк сирҙәрен булдырмаҫ өсөн даими рәүештә саф һауала йөрөргә, бәхәсле хәлдәрҙән, стрестарҙан һаҡланырға кәрәк.

Һүрәттә: юғары квалификациялы врач-кардиолог Әмир Яҡшыбаев етәкселегендәге коллектив тотороҡлолоғо менән айырыла.
Автор фотоһы.


Читайте нас: