ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Июнь 2018, 11:28

Матур тештәр - сәләмәтлек билдәһе

Район-ҡалала бик күптәр үҙенең матурлығы өсөн Альбина Яппароваға рәхмәтлелер. Бына ете йыл инде юғары квалификациялы врач-стоматолог кешеләргә йылмайыу бүләк итә.

Район-ҡалала бик күптәр үҙенең матурлығы өсөн Альбина Яппароваға рәхмәтлелер. Бына ете йыл инде юғары квалификациялы врач-стоматолог кешеләргә йылмайыу бүләк итә.
Теш врачының хеҙмәт биографияһы, әлбиттә, ете йыл менән генә сикләнмәй. Альбина Рәмил ҡыҙы 1993 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, Күгәрсен районында эшләгән. Мәләүезгә күсеп килеүенә күп тә түгел, әммә ошо ҡыҫҡа осорҙа пациенттары араһында хөрмәт яулап өлгөргән. Һөнәре нескәлектәрен яҡшы белгәнгә, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булғаны өсөн стоматология бүлексәһе етәкселеге лә, хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә.
Бүлексә мөдире Тәлғәт Моратов Альбина Яппарованың теш дауалау буйынса бөтә төр хеҙмәтте лә тәрән белеүен, заманса алымдар һәм материалдар ҡулланыуын, эшенә намыҫлы һәм яуаплы ҡарауын билдәләй. Тап ошо сифаттары менән медицина хеҙмәткәре хаҡлы рәүештә абруй ҡаҙанған.
Альбина Рәмил ҡыҙы һөнәрен ярата, белемен һәр ваҡыт камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, алдынғы технологияларға таяна. Шул уҡ ваҡытта ике балаһына күркәм тәрбиә биреүгә өлгөрә. Уларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур өҫтөнлөк бирә. Тиҙ үҙгәреп торған заманда юғалып ҡалмаһын өсөн яҡшы белем кәрәклеген аңлай. Бөгөн улы Илнур - Өфө дәүләт нефть-техник университеты магистранты, ҡыҙы Гүзәл - Күмертау республика гимназия-интернатында 9-сы класты тамамлай. Альбина Яппарова - һөйөклө әсәһенең дә төп таянысы. Форсаты сыҡҡан һайын тыуған төйәгенә юллана, ҡәҙерле кешеһенә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Балаларын, яҡындарын хәстәрләүҙән ҡәнәғәтлек һәм кинәнес ала. Шуға ла уның йөҙөн һәр ваҡыт йылмайыу биҙәй.
Пациенттарының да көләс булыуын теләй стоматолог. Тештәрҙең йөҙ күркәмлеге өсөн генә мөһим түгеллеген, ә уларҙың дөйөм һаулыҡҡа йоғонто яһауын аңлатырға тырыша. Егерме биш йыл эшләгән осорҙа сәләмәтлек һәм матурлыҡтың бер-береһенән айырылғыһыҙ булыуын күптән төшөнгән ул.
Һүрәттә: юғары квалификациялы врач-стоматолог Альбина Яппароваға һәм Гөлсирә Вахитова һәр пациентҡа иғтибарлылығы менән айырыла.
Автор фотоһы.
Читайте нас: