ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Июнь 2018, 11:28

Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә етә

Был ваҡиғаға байтаҡ йылдар үтһә лә, йыш ҡына иҫкә төшә һәм ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тигән әйтемде иҫкәрткән кеүек.

Был ваҡиғаға байтаҡ йылдар үтһә лә, йыш ҡына иҫкә төшә һәм ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тигән әйтемде иҫкәрткән кеүек.
Төн уртаһында тауыш биргән телефон һәр кемде һағайта, хәүефкә һала. Мин дә, төндә йәки иртә таң менән шылтыраһа, хафаға ҡалам. Был юлы ла, трубканы алғансы һүнеп өлгөрһә лә, күңелде шик-шөбһәгә һалды ул. Таныш булмаған һандарҙы күреп, моғайын, яңылышҡандарҙыр тип, тыныслана төшкәйнем, әммә бер бүленгәс, йоҡо осто. Ята торғас, бәлки, ысынлап та берәйһенә ярҙам кәрәктер, тип үҙем шылтыраттым. Телефоны ҡулында ғына булғандыр, шунда уҡ яуап бирҙе:
-Төндә борсоғанға ғәфү итегеҙ, зинһар. Өлгөрмәҫмен, тип ҡурҡтым. Үлеп китһәм, балаларыма аяҡҡа баҫырға ярҙам итерһегеҙ инде, - тине лә, һулҡылдап иларға кереште, бер нисек тә тынысландырырлыҡ түгел. Ул илай, мин тыңлайым, бер ни аңлашылмай, үҙем бөтә иғтибарымды туплап, тауышынан таныш ноталар эҙләйем. Кем булды һуң әле был? Йүгерек уй бер секунд эсендә туғандарҙы, дуҫтарҙы, хатта элекке уҡыусыларымды барлап сыҡты - тауыш береһенекенә лә оҡшамаған.
Шулай ҙа һамаҡлауынан шуны аңғарҙым: был ҡатын нимәгәлер ныҡ намыҫланған һәм оятынан хатта үлергә әҙер. Телефон һандарын бутап шылтыратыуын аңлаһам да, яҡты донъя менән хушлашырға йыйынған кешене, таныш түгел, тип кенә һүндереп ҡуйырға ҡулым барманы. Нисек тә уны тынысландырырға, офоҡта яҡтылыҡ күренгәнсе һөйләндерергә ниәт иттем, сөнки ҡара эштәрҙең күбеһе төн пәрҙәһе артында ҡылынғанлығы мәғлүм ки.
Бер аҙҙан ҡатын илауҙан туҡтаны. Төн уртаһында уны шул тиклем нимә борсоуын белергә теләүҙән түгел, ә ошондай мәлдә бөтә нәмәнән ҡиммәт ваҡытты һуҙыу, уны тулыһынса тынысландырыу маҡсатында һораша башланым.
Баҡһаң, бер-бер артлы ике бала табып, декрет ялында ултырғандан һуң, эшкә урынлашыр алдынан медицина тикшереүе үткән ваҡытта ҡатындың ВИЧ-инфекцияһы йөрөтөүе асыҡланған.
- Был статус менән артабан нисек йәшәргә? Атай-әсәйем - ҡалала абруйлы ғына кешеләр, минең бындай хәлдә булыуым уларҙың йөҙөнә ҡара яғыу буласаҡ. Улар ҙа, балаларым да мине ғәфү итмәйәсәк. Иң яҡшыһы - серемде теге донъяға алып китеү. Башҡа сарам юҡ... - тип һыҡтаны ул.
Хаҡым, хоҡуғым бармы-юҡмылығы тураһында уй башыма ла инеп сыҡмай, яйлап ҡына һорауҙар яуҙырам. Аныҡ, тулы яуап бирә, тимәк, тынысланды, тип ҡыуанам. Вирусты нисек йоҡтороуы тураһында һорашҡас, уйға ҡалды.
- Иремдең миңә тоғро икәнлегенә үҙемә ышанған кеүек ышанам. Үҙем дә унан башҡа бер кем менән бәйләнешкә ингәнем юҡ, - ти был. - Наркотик ҡулланмайым, бала табыу йортонан тыш, дауаханала ятҡаным юҡ...
- Йыш ҡына яңылышыуҙары, һөҙөмтәләрҙе бутауҙары тураһында ишеткәнем бар, яңынан анализ биреп ҡара әле, - тип “шыттырҙым”. Был һүҙҙәр ҡатында өмөт уятты. Иртәгә иртүк дауаханаға барырға вәғәҙә итте һәм беҙ хушлаштыҡ. Был ваҡытта офоҡта ҡыҙарып ҡояш сыҡҡайны инде.
Аҙна буйы хәлен белгем килеп йөрөһә лә, түҙҙем. Һигеҙенсе көндә рәхмәт әйтеп, үҙе шылтыратты.
- Бер нисә урында тикшереү үтеп, тулыһынса ышанғас ҡына шылтыратырға ҡарар иттем. Ысынлап та, анализ яңылыш булған! Ул төндә уҡытыусым менән һөйләшкем килгәйне. Бер һанға ғына яңылышып, һеҙгә эләккәнемә яҙмышыма рәхмәтлемен. Һеҙ миңә мәңгелек һабаҡ бирҙегеҙ: ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ! Ярһыуыма баш була алмай, үҙемә ҡул һалһам, балаларым, атай-әсәйем һәм ирем генә түгел, Аллаһу тәғәлә алдында ҙур гөнаһлы булыр инем, - тине.
Башҡортостандың төньяғындағы ҡалаларҙың береһендә йәшәгән был йәш ҡатын менән, бер ҡасан да осрашып күрешмәһәк тә, байтаҡ йылдар телефондан аралашып йәшәйбеҙ. Әммә теге күңелһеҙ ваҡиға тураһында ул да, мин дә ауыҙ асып иҫкә алғаныбыҙ юҡ...
Читайте нас: