ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Июнь 2018, 13:56

Һаҡ булығыҙ - ҡош киҙеүе!

Ҡош-ҡорт араһында таралған сирҙең аҙыуы асыҡланды. Курск, Һамар, Пенза өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында ҡош киҙеүе меәнән зарарланған продукция табылды.

Ҡош-ҡорт араһында таралған сирҙең аҙыуы асыҡланды. Курск, Һамар, Пенза өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында ҡош киҙеүе меәнән зарарланған продукция табылды. Район-ара ветеринария станцияһы белгестәре ситтән килгән ит продукцияһын тикшерҙе. Үрҙә әйтелгән төбәктәрҙән килгән аҙыҡ-түлек - шик аҫтында. Урамда, санкцияланмаған урында ҡош ите менән сауҙа итеүселәрҙән шикле күренгән тауарҙы һатып алмауығыҙ һорала.
Ҡош киҙеүе - А вируслы киҫкен инфекция. Кешегә ҡош, хайуандар аша йоға. Сиргә һабышҡан йорт ҡоштары ныҡ ауырый, үлә. Зарарланған ҡош, уның үләкһәһе йәки тейешле термик эшкәртелмәгән ит, йомортҡа һаулыҡҡа хәүефле.
Ҡош киҙеүен йоҡторғас, сирҙең тәүге билдәләре бер нисә сәғәттән йәки биш көндән һуң һиҙелә башлай. Тән температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелә, ҡалтырата, мускулдар, баш, тамаҡ ауырта. Эс китеүе мөмкин, ҡоҫтора. Тын алыуы ауырлаша, йүткертә. Вирус тиҙ арала пневмонияға килтерергә мөмкин. Йөрәк, бөйөр, баш мейеһенә зарар килә.
Бындай ҡурҡынысҡа тарымаҫ өсөн, тикшереү үткән ризыҡ һатып алығаҙ. Ҡош-ҡорт аҫраусылар бөтә ветеринария талаптарына ярашлы саралар үткәрһен. Йомортҡаны 10 минуттан, итте ярты сәғәттән кәм бешерергә ярамай.
Тулыраҡ мәғлүмәт белергә теләгәндәр йәки хәүеф кисергәндәр түбәндәге телефондар аша бәйләнешкә инә ала:
88007755828; 8 (34764) 5-99-75; 5-99-76.
Айбулат АҠНАЗАРОВ.
Читайте нас: