ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Июль 2018, 14:45

Тәбиғи буяуҙар ҡуллан

Их, ҡайһы саҡ шундай ныҡ үҙгәртке килә төҫ­ҡиәфәтте!

Их, ҡайһы саҡ шундай ныҡ үҙгәртке килә төҫ­ҡиәфәтте! Иң беренсе әллә сәсте буярға инде тигән уй килә. Химик буяуҙарҙың зарарлы икәнлеген онотмау зарур. Төҫтө үҙгәртке килһә, тәбиғәт рецепттарына мөрәжәғәт ит. Аҡ сәскәнең ҡуйы һығынтыһы аҡһыл сәскә алтынһыу төҫ бирә. Ҡуйы ҡуңыр сәсте ҡаты сәй менән сайҡаһаң, улар алтынһыу төҫкә инә. Һуған ҡабығы теләһә ниндәй сәскә баҡыр төҫө бирә. Ҡына, басма кеүек үҫемлектәр сәстең үҫеүен ныҡ яҡшырта. Ҡына менән басманы бергә ҡушып, аҡһыл ҡуңырҙан алып ҡара төҫкә тиклем индерергә була. Буярға тотонғансы, иҫеңә төшөр: үҙ төҫөң һиңә нығыраҡ килешә, сөнки зирәк тәбиғәт һәр кешегә уға ғына хас булған үҙенсәлектәр бирә.
Читайте нас: