ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Июль 2018, 12:41

Сәләмәтлегеңде тикшерт

Халыҡты диспансеризациялау дауам итә

Йыл башынан 1 июлгә тиклем район-ҡалала 8163 кеше, шул иҫәптән 3192 - ир-егет, 4971 - ҡатын-ҡыҙ медицина тикшереүе үткән. Дөйөм һандың 1069-ы - ауыл еренән, 3496-һы - эшләй, 4667-һе - эшләмәй.
Һөҙөмтәлә 508 кеше сәләмәт тип табылған, 3351-енең һаулығында тайпылыштар күҙәтелеүе, 4304-ендә хроник сирҙәр булыуы билдәләнгән. Сирҙәр араһында шәкәр диабеты, бронхит, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары өҫтөнлөк итә. Тикшереү ваҡытында шулай уҡ хәүеф факторҙары асыҡланған: артыҡ ауырлыҡ, тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл 2000, 1997, 1994, 1991, 1988, 1985, 1982, 1979, 1976, 1973, 1970, 1967, 1964, 1961, 1958, 1955, 1952, 1949, 1946, 1943, 1940, 1937, 1934, 1931, 1928, 1925, 1922 йылғылар диспансеризация үтә. Кемдәр әле һаулығын тикшертмәгән өлкәндәр поликлиникаһының 211”а” кабинетына (2-се ҡат) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән паспорт һәм страховка полисын алығыҙ.
Читайте нас: