Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Июль 2018, 12:45

Йөрәкте һаҡларға кәрәк

Республикала йөрәк ауырыуҙарын иҫкәртеүҙе көсәйтәсәктәр

Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән Беренсе Рәсәй-Ҡытай кардиологтары конгресында кардиология һәм кардиохирургияға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр, тиҙ ярҙам саралары, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалауҙың яңы алымдары тураһында һүҙ барҙы.

Форумға Рәсәй, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Италия, Германия, Австрия илдәренән танылған ғалимдар һәм белгестәр йыйылды. Билдәле кардиохирургтар тәжрибә уртаҡлашты, операция бүлмәләренән тура тоташыу ярҙамында оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеүгә ҡағылышлы яңы ысулдар тураһында фекер алышты.
— Форум барышында дауалай алырлыҡ осраҡтар ғына түгел, кардиология өлкәһендәге фундаменталь һәм трансляцион тикшереүҙәр ҙә ҡаралды, — тип һөйләй БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш кардиологы, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева. — Улар сирҙең яңы билдәләрен табыуға, ген-кандидаттарҙы асыҡлауға, йөрәк мускулдарының тергеҙелеү һәләтен тикшереүгә, физиологик ҡартайыуҙы сикләү һәм йөрәк ауырыуҙарын иҫкәртеү йәһәтенән яңы алымдар табыуға йүнәлтелгән.
Үҫешкә этәргес
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов фекеренсә, әлеге форум төбәгебеҙҙең кардиология үҫешенә яңы этәргес көс бирәсәк.
Илебеҙҙә 2024 йылға ғүмер оҙайлығын — 78 йәшкә, ә 2030 йылға 80 йәшкә еткереү бурысы ҡуйылған. Шулай уҡ ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлеүселәр һанын 100 мең кешегә 450 осраҡҡаса кәметеү күҙаллана.
— Башҡортостанда бөгөн был күрһәткес 500-ҙән алып 510-515 осраҡ тирәһендә тирбәлә. Был ил буйынса уртаса күрһәткестән яҡшыраҡ. Әммә үрҙә билдәләнгән күрһәткескә етеү өсөн бик күп эшләйһе бар әле, — тине Рөстәм Хәмитов.
Һис шикһеҙ, ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә иғтибарҙы арттырыу зарур. Был тәү сиратта сәләмәт тормош алып барыуға бәйле. Икенсе яҡтан, һаулыҡ һаҡлауҙы яңы кимәлгә күтәреү шарт. Республикала яңы объекттар төҙөү планға алынған. Киләһе өс-дүрт йылда дөйөм хаҡы 15 млрд һумға торошло тиҫтәләгән клиника, дауахана сафҡа инәсәк.
Быйыл Республика кардиодиспансерының хирургия корпусы төҙөлә башлаясаҡ. Ул 36 мең квадрат метр майҙанда урынлашасаҡ, заманса техника менән йыһазландырыласаҡ ҙур комплекс буласаҡ. Бөгөн беҙҙең Республика кардиология үҙәгендә ангиопластика һәм коронографиянан алып йөрәкте күсереп ултыртыуға тиклем бөтә төр юғары технологиялы операциялар уҙғарыла. Пациенттар һаны ла арта.
Йөрәккә бәйле юғары күрһәткестәр
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәшкә айырым иғтибар тиккә түгел. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, бөгөн бөтә үлем осраҡтарының төп өлөшө тап ҡан әйләнеше ауырыуҙарына барып тоташа. Бының сәбәптәре күп төрлө: сир үҫешенең башланғыс билдәләрен белмәү арҡаһында пациенттарҙың табиптарға һуң мөрәжәғәт итеүе; ҡан әйләнеше сирҙәренән үлеү осраҡтарын кәметеү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса медицина ойошмаларының тейешле әүҙемлек күрһәтмәүе; ишемик инсульт кисергән ауырыуҙарға системалы тромболитик терапия уҙғарыу буйынса эштең кәрәгенсә ойошторолмауы.
Бөгөн республикала йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләүселәргә заманса ярҙам күрһәтеү хеҙмәте көйлө эшләй, был эш менән кардиоүҙәк етәкселек итә. Беҙҙә һуңғы өс йыл эсендә генә 63 төрлө хирургик алым үҙләштерелгән.
Төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, киҫкен коронар синдромлы пациенттарға тромболизис эшләү күрһәткесен 29 процентҡа еткереү миокард инфаркты диагнозы ҡуйылған сирлеләр араһында үлем осраҡтарын 8 процентҡа кәметеүгә булышлыҡ иткән.
Бынан тыш, республикала беренсел ҡан тамырҙары бүлектәрен төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренә әйләндереү, уларҙы ангиографик ҡорамалдар (йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын рентген тикшереү) менән тәьмин итеү күҙаллана. Был башланғыс медицинала «алтын сәғәт» тип аталған мәлде файҙаланып өлгөрөргә, йәғни мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе ҡотҡарып ҡалырға булышлыҡ итәсәк. Әле Белорет, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларына ангиографтар алыу планлаштырылған.
Эҫелектән нисек һаҡланырға
Республика кардиология үҙәгенең 2-се кардиология бүлексәһе мөдире, медицина фәндәре кандидаты Сәкинә Янбаева һауа торошоноң кеше организмына нисек тәьҫир итеүе хаҡында һөйләп үтте:
— Организмыбыҙға бихисап һауа торошо факторҙары йоғонто яһай: оҙайлы ямғыр, ел йүнәлеше, һауа баҫымының үҙгәреүе, дымлылыҡ, һыуыҡ, эҫе, уларҙың ҡапыл сиратлашыуы һәм башҡалар. Сатнама һыуыҡтарҙың йәки үтә эҫе көндәрҙең оҙаҡҡа һуҙылыуы һәр кемде йонсота, мәшәҡәттәр тыуҙыра, өҫтәүенә улар кеше сәләмәтлегенә лә насар йоғонто яһауы ихтимал.
Әгәр һауа торошондағы үҙгәрештәр ғәҙәти булһа, кеше организмы уларҙы бер ҡыйынлыҡһыҙ ҡабул итә. Ә бына төрлө хроник сирҙәрҙән йонсоған йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында иммунитеты насарайған организмға яңы шарттарға яраҡлашыу ауыр бирелә. Ундай кешеләр һауа торошо үҙгәреүен ауыр кисерә, ҡайһы берәүҙәрҙең һаулығы ошо арҡала етди зыян күрә.
Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, илебеҙҙә йәшәүсе өлкәндәрҙең 35 проценты һауа торошонан бойондороҡло.
— Был нимәләрҙә һәм нисек сағыла?
— Баш ауыртыуы, астеник синдром, невротик билдәләр, ҡан тамырҙары дистонияһы, һөйәктәр һәм быуындар һыҙлауы күҙәтелә. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре билдәләре — йөрәк сәнсеү, тын ҡыҫылыу, йөрәк тибеше боҙолоу, хроник йөрәк ауырыуҙары баш ҡалҡыта. Бындай сирлеләр һауа торошоноң үҙгәрешенә үтә һиҙгер. Мәҫәлән, даими рәүештә ҡан баҫымы күтәрелгән йәки түбәнәйгән, стенокардия, инфаркт кисергән кешеләргә түбән һауа баҫымы, быҫҡаҡ ямғыр, шулай уҡ эҫелек күп мәшәҡәттәр тыуҙырыуы ихтимал.
— Ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә эҫелектең эҙемтәләренән нисек һаҡланырға?
— Оҙайлы эҫе көндәр торғанда һауала кислород кәмей һәм быны йөрәк сирлеләр шунда уҡ тоя. Бигерәк тә ҡала ерендә йәшәүселәргә ауыр. Мөмкин тиклем күберәк ваҡытығыҙҙы тәбиғәттә, баҡсала, паркта, йылға-күл буйҙарында үткәрергә тырышығыҙ. Хаҡлы ялға сыҡһағыҙ йәки бер ҡайҙа ла эшләмәһәгеҙ, йәй буйына баҡсала булырға мөмкин. Унда кислород ҡытлығы һиҙелмәйәсәк, эҫелекте лә еңелерәк үткәрәсәкһегеҙ.
Ҡала шарттарында эшләүселәргә, фатирҙа йәшәүселәргә кондиционер, вентилятор ярҙамға килә. Улар булмаһа, тәҙрәгә еүеш туҡыма, таҫтамал элегеҙ.
Асыҡ һауала, мәҫәлән, баҫыуҙа эшләһәгеҙ, мотлаҡ баш кейемендә булығыҙ, даими рәүештә күләгәлә ял итеп алығыҙ. Янығыҙҙа һәр ваҡыт кәрәкле дарыуҙарығыҙ булһын.
Ныҡ эҫелә тән тирләй, шул рәүешле организм ҡыҙыуҙан һаҡлана. Бындай саҡта етерлек кимәлдә шыйыҡса ҡабул итеү зарур. Организмға һыу етмәһә, ҡан ҡуйыра, уҡмашыу, йәғни тромб барлыҡҡа килеү ихтималлығы арта, һөҙөмтәлә инсульт, инфаркт хәүефе тыуа.
Организм юғалтҡан шыйыҡсаны мәлендә тулыландырыу сараһын күрергә кәрәк. Әммә быны бик һаҡ, ҡан баҫымын, һейҙек кимәлен контролдә тотоп башҡарыу шарт. Эсемлек бүлмә температураһында йәки саҡ ҡына һалҡынса булырға тейеш. Тир менән бергә организмдан тоҙҙар ҙа сыға, шуға күрә еңелсә минераль һыуға өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә. Ҡауын, бөтнөклө сәй һыуһынды яҡшы баҫа. Тирләгәндә организм күпләп калий юғалта, ә уның етешмәүе йөрәк эшмәкәрлегенә насар тәьҫир итә. Был осраҡта дарыуҙар ҡулланырға кәңәш ителә.
Ҡан баҫымы юғары булыусылар эҫелә физик әүҙемлекте кәметергә тейеш. Ҡайнар ҡояш аҫтында баҡсала эшләү, бигерәк тә эйелгән хәлдә оҙаҡ булыу баш мейеһендә йәки йөрәктә ҡан төйөлөүгә, тамырҙар шартлауға килтереүе бар.
Хаҡлы ялдағы ололарға эҫе көндәрҙә иртәнге 9-ҙан киске 9-ға тиклем баҡса эштәре менән булышмау хәйерле, был мәлде китап йәки гәзит уҡып күләгәлә үткәрһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр.
Һәр организмдың үҙ үҙенсәлеге һәм эҫе лә төрлө кешегә төрлөсә тәьҫир итә: берәүҙәрҙә ҡан баҫымы күтәрелә, икенселәрҙә — төшә. Баҫым төшөрөүсе дарыуҙарҙы табип тәғәйенләүе буйынса ҡулланығыҙ, дарыу ҡабул итер алдынан мотлаҡ ҡан баҫымығыҙҙы үлсәгеҙ. Әгәр тәүлеккә иҫәпләнгән күләмде арттырыу талап ителһә, тәүҙә табип менән кәңәшләшегеҙ. Һейҙек ҡыуыусы дарыуҙар менән һаҡ булығыҙ, ныҡ тирләгән саҡта бындай препараттар ҡулланыу насар эҙемтәгә килтереүе ихтимал.
Төнгө йоҡоға иғтибарлы булығыҙ. Әгәр өйҙә эҫе һәм тынсыу булһа, йоҡларҙан ике сәғәт алда түшәк япмаһын пакетҡа һалып, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Был алым һеҙгә йоҡо барышында кондиционер ролен үтәр. Ятыр алдынан һалҡынса душ ҡабул итегеҙ. Мамыҡ киҫәгенә ментол майы тамыҙып, карауат янына ҡуйығыҙ. Тын алыу еңелләшер. Өҫтө яулыҡ менән ябылған, боҙ киҫәктәре һалынған һауыт та бүлмәне ныҡ эҫеүҙән һаҡлар. Кәрәк тип тапһағыҙ, битегеҙҙе, тәнегеҙҙе һалҡынса еүеш таҫтамал, ҡулъяулыҡ менән һөртөгөҙ.
Гипертония, ишемия менән интегеүселәргә йәйге ялын алдан планлаштырыу зарур. Инфаркт кисереүселәргә үҙҙәре йәшәгән төбәк сиктәрендә генә ял итеү ҡулай. Климат алмашыныуы ҡан баҫымының күтәрелеүенә, хатта гипертоник кризға килтереүе ихтимал. Гипертониктарға тауҙарҙа, диңгеҙ буйҙарында ял итергә мөмкин.

Йөрәк ауыртҡанда беренсе ярҙам
Өйәнәк билдәләре
Күкрәк тәңгәлендә көслө ауыртыу. Артабан был ауыртыу һул яурынға, муйынға, эстең өҫкө өлөшөнә күсә.
Инфаркт билдәләре
Күкрәк ситлегенә хәнйәр менән сәнскән ише көслө ауыртыу, һығылыу, хәлһеҙлек, тирләү. Нитроглицерин ғына ярҙам итмәй.
Нимәләр эшләргә
1. Тәҙрәне, форточканы асырға.
2. Тотонғостары булған ҡәнәфигә ултырырға йәки башты ярайһы уҡ күтәртеп түшәккә ятырға.
3. Яғаны, билдәге ҡайышты сисергә.
4. 0,25 г аспирин эсергә, 0,5 мг нитроглицеринды тел аҫтына һалырға.
5. Күкрәк тәңгәлен ҡыҙарғансы ыуырға, был йөрәккә ҡан барышын яҡшыртыр.
6. Тәрән итеп тын алырға, бер-ике минут дауамында ныҡ итеп йүткерергә. Йүткереү йөрәккә баҫымды арттыра һәм ул яҡшыраҡ эшләй башлай.
7. Әгәр ауыртыу үтмәһә, биш минуттан һуң тағы нитроглицерин ҡабул итергә һәм «Тиҙ ярҙам» саҡыртырға. Ошонан һуң да 10 минут дауамында хәл яҡшырмаһа, нитроглицеринды өсөнсө тапҡыр ҡулланырға кәңәш ителә.
Нимәләр эшләргә ярамай
1. Йөрәк тәңгәленә һалҡын әйбер һалырға.
2. Йөрөргә, торорға, тәмәке тартырға, ашарға.
3. Әгәр ашҡаҙанығыҙ ауыртһа йәки аспиринға аллергея булһа, аспирин ҡулланмағыҙ.
4. Әгәр ҡан баҫымы түбән булһа йәки баш ныҡ ауыртһа, телмәр, хәрәкәт итеү боҙолһа, нитроглицерин ҡабул итеү тыйыла.
Артабан нимә эшләргә
Әгәр аспирин һәм нитроглицерин ҡабул иткәндән һуң ауырыуҙың хәле яҡшырһа, өйгә табип саҡыртырға. Табип килгәнсе эскән дарыуҙарҙың ҡаптарын ташламағыҙ.

БЕЛЕШМӘ
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының медицина ярҙамының сифаты буйынса «ҡыҙыу линияһы»: 8 (347) 218-00-53
Дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса «ҡыҙыу линия»: 8 (347) 218-00-76
Республика кардиология үҙәге, белешмәләр өҫтәле: 8 (347) 255-50-39