Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Июль 2018, 13:01

«Шишмә» лә ял итеү күңелле!

«Шишмә» һаулыҡты нығытыу профилакторийында балаларға һаулыҡтарын нығытыу менән бер рәттән күңелле ял да ойошторолған.

Уларҙың һәр сәғәте файҙалы ла, күңелле лә мәҙәни һәм спорт сараларына бәйле.
Әле унда өсөнсө сменала 9 йәштән 12 йәшкәсә 107 бала һаулығын нығыта. Көн тәртибе иртәнге һигеҙҙән башланып, киске унғаса дауам итә. Һәр балаға мотлаҡ рәүештә минераль һыу һәм кислородлы коктейлдәр бирелә. Массаж, Шарко душы ла ял итеүселәрҙең һәр ҡайһыһы өсөн мотлаҡ һаналған дауалау алымдары. Бында төрлө диагнозлы балалар килгән. Улар махсус аппараттарҙа төрлө һауыҡтырыу процедуралары ала.
Туҡланыу көнөнә алты тапҡыр ойошторолған. Аш-һыуға ҙур иғтибар бүленә. Һаулыҡҡа файҙалы ризыҡтарҙы төрләндереп бешерергә тырышалар. Ял итеүсе балалар йәшелсә-емеш, һөт ризыҡтары менән көн дауамында даими тәьмин ителә.
“Шишмә”гә һаулыҡтарын нығытып, ял итер өсөн балалар төрлө тарафтарҙан йыйыла. Бер нисә йыл рәттән тап ошо профилакторийҙы һайлағандар ҙа бар икән. Әлеге сменала иһә хатта ҡояшлы Италиянан килеүсе ҡыҙ ҙа барлығы асыҡланды.
- Ял итеүселәр өсөн төрлө кисәләр үткәреп торабыҙ, - ти өлкән тәрбиәсе Вероника Смирнова. – Шулар араһында “Һабантуй”байрамы, “Мин - талант”, “Тауыш. Балалар” конкурстары иһә балаларҙың иң көтөп алынған һәм яратҡан саралары булып тора. Киске аштан һуң беҙҙең профилакторий тупһаһы ҙур сәхнәгә әйләнә: бында һәр бала үҙ талантын күрһәтеп ҡалырға ашыға. Мин үҙем бында алтынсы йыл рәттән эшләйем, күп балалар менән бер ғаиләләй йәшәйбеҙ.
Тәрбиәселәр балаларҙың ялын төрләндереү маҡсатында “Шишмә”гә аниматорҙарҙы, спектаклдәр менән Салауат драма театрын, китап уҡырға яратыусы балалар өсөн ҡаланың китапханалары саҡырып тора, шәхси эшҡыуарҙарҙы йәлеп итә, үҙҙәре күмәкләшеп ҡалаға кинотеатр, бассейнға ла йөрөйҙәр икән.
Балаларҙан «Бында һеҙҙең өсөн иң оҡшағаны нимә?» - тип һорағас, улар бер тауыштан: “Коктейль эсеү!” тип яуап бирҙе. Шулай уҡ кис һайын үткәрелгән дискотеканы ла бик ярата икән ҡыҙҙар һәм малайҙар.
Шуныһы ҡыуаныслы, “Шишмә” нән ҡайтырға теләүселәр бөтөнләй юҡ. Улар бында тәрбиәселәрҙең күңел йылыһын, ҡурсалауын тойоп рәхәтләнеп ял итә.
Йәйге матур мәл тиҙ үтеүсән. Бала саҡ та бер генә ваҡыт. Һаулыҡтарын нығытып, көс йыйып яңы уҡыу йылын ҡаршыларға әҙерләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡыуҙа ла һынатмаҫтар тип ышанғы килә.
Сулпан Йәлилова, 4-се синыф уҡыусыһы: Мин ял итергә икенсе тапҡыр килдем. Бында дауаланыу, төрлө тәмле коктейлдәр эсеү оҡшай. Бик күп дуҫтар ҙа таптым “Шишмә”лә. Күптәре менән былтыр уҡ танышҡайным, әле бына тағы осраштыҡ. Мин мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡыйым. Артабан да һынатмаясаҡмын.
Роман Столяров, 8-се синыфта уҡый: Мин бында алтынсы тапҡыр килдем. Йыл да тап ошо сменаны һайлайым. Оҡшай. Мин - футболсы. Әле иһә шул уйын ваҡытында алған яраларымды дауаларға килдем. Миңә бындағы тәрбиәселәр оҡшай. Улар иғтибарлы, изге күңелле кешеләр. Күмәкләшеп китаптар уҡыйбыҙ, рәхәтләнеп малайҙар менән футбол уйнайбыҙ.
Читайте нас: