ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Сентябрь 2018, 19:00

Кескәйҙәргә һаҡсыл мөнәсәбәт

Районда балалар һаулығын һаҡлауға, системаны үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө маҡсатлы программалар бойомға ашырыла.

Районда балалар һаулығын һаҡлауға, системаны үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө маҡсатлы программалар бойомға ашырыла. “Һаҡсыл поликлиника” - шундайҙарҙың береһе. Был проекттың маҡсаты - халыҡҡа медицина ярҙамының сифатын күтәреү, пациенттарға һәм хеҙмәткәрҙәргә уңайлы шарттар булдырыу, диспансеризация һәм тикшереү үткәндә ваҡыт сарыф итеүҙе кәметеү. Үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһында ла проектҡа ярашлы, кескәйҙәргә һәм уларҙың атай-әсәйҙәренә уңайлыҡ булдырыу йәһәтенән яңыртыу эштәре дауам итә. Был тәңгәлдә медицина ярҙамын алырға килгәндәрҙең бөтә маршруты анализланып, ҡабул итеүҙе оҙаҡ көтөү менән бәйле проблемалы осраҡтар билдәләнеп, план эшләнгән. Өлкән фельдшер Фәйрүзә Ваһапова билдәләүенсә, проект сиктәрендә, иң беренсе, педиатрға ҡабул итеүгә сиратты ҡыҫҡартыуға өлгәшелгән. Бөгөн врачҡа регистратуранан тыш, инфомат аша һәм электрон яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ холда урынлашҡан администраторға һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә була. Был ысул да пациенттарҙың ваҡытын сарыф итмәҫкә булышлыҡ итә.
Һүрәттә: администратор Гөлшат Хәйбуллина һәр пациентты иғтибар менән тыңлай.
Автор фотоһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 74-се һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: