Конгэк
+20 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Сентябрь 2018, 14:46
Сирҙең стадиялары
Беренсе стадияла вирус үҫешә, күбәйә, икенсеһендә - һалҡын алдырғанға оҡшаған билдәләр барлыҡҡа килә һәм өсөнсөһөндә - лимфатик төйөндәр зарарлана.
ВИЧ-инфекцияһы, ҡанға эләккәс, кеше иммунитетын тулыһынса юҡҡа сығарғансы бер нисә стадия үтә. Билдәле булыуынса, вирус үҙе үлемесле түгел, әммә дауаланмаған осраҡта ҡәҙимге киҙеү ҙә һәләкәткә илтеүе мөмкин. Беренсе стадияла вирус үҫешә, күбәйә, икенсеһендә - һалҡын алдырғанға оҡшаған билдәләр барлыҡҡа килә һәм өсөнсөһөндә - лимфатик төйөндәр зарарлана. Инфекция йөрөтөүселәрҙең бик аҙҙары ғына 4-се стадияға тиклем йәшәй. Ул, вирус эләккәс, яҡынса 15 йылдан һуң башлана. Был осорҙа кеше организмы сирҙәргә ҡаршы көрәшә алмай, һөҙөмтәлә йоғошло һәм яман шеш ауырыуҙары барлыҡҡа килә. Пациенттарҙың күбеһе мейеһе зарарланыуҙан вафат була, сөнки был стадияла баш мейеһе, нервы күҙәнәктәре торошо насарая.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты