ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Октябрь 2018, 12:44

Һәр миҙгел үҙенсә матур

Ҡала поликлиникаһында эшләгән Флүзә Яхина менән күреп һөйләшкәс, үҙем өсөн асыш яһаным: пенсияға сыҡҡас та, тормоштоң яңы төҫтәрен асып, йәм табып йәшәп була икән.

Ҡала поликлиникаһында эшләгән Флүзә Яхина менән күреп һөйләшкәс, үҙем өсөн асыш яһаным: пенсияға сыҡҡас та, тормоштоң яңы төҫтәрен асып, йәм табып йәшәп була икән.
- Бар кеше билдәле бер йәштә артҡа боролоп, үткәндәрен барлай башлай, - ти Флүзә Хәсән ҡыҙы. – Маҡсатыма ирешкәнменме, үткәндәрем ғорурланырлыҡмы? - Сығышым менән Ейәнсура ауылының Әлибай ауылынанмын. Әсәйем һөнәре буйынса уҡытыусы ине, 6 балаһына ла юғары белем бирҙе. “Ғаиләлә бер юлы 2-3 студент уҡытҡанда эш хаҡын бүлеп бирәм дә, аптырап уйҙарға батып тороп ҡала инем”,- тип һөйләгәне әле лә хәтерҙә. 10-сы класты тамамлағас, Өфөләге медицина университетына инә алманым, мәктәптә химия фәнен уҡытып йөрөнөм (уныһы имтихандарға өҫтәмә әҙерлек кенә булды), бер йылдан һуң ғына юғары уҡыу йортоноң ишектәре миңә асылды. 1981 йылда Учалы ҡалаһында интернатура үттем, ике йыл Иҫәнғолда участка педиатры булып эшләнем. Тормош иптәшем Рәмил Фаатхрахман улы менән Мәләүездә төпләнгәнгә лә байтаҡ. 34 йыл участка табибы булып эшләйем. Үҙем хеҙмәтләндергән биләмәлә өсөнсө быуын кешеләрҙе дауалайым. Халыҡтың хөрмәтен тоям, сөнки ниндәйҙер сәбәп менән эшкә сыҡмаһам, участкамдағы пациенттар поликлиникаға шылтыратып, хәлемде һораша.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 79-сы һанында уҡығыҙ.
Әҡлимә ИМАМОВА яҙып алды.
Читайте нас: