ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Октябрь 2018, 12:39

Беләһеңме?

Сөйәл - киң тарал¬ған тире ауырыуҙарының береһе. Төрлө ҙурлыҡтағы тирелә ҡалҡып торған төйөрсәләр һәр кемгә таныш.

Сөйәл хәүефле түгел - уның төпкә үтеп ингән тамырҙары юҡ. Шулай ҙа улар күп кенә мәшәҡәт тыуҙыра.

Ҡайҙан барлыҡҡа килә?

Сөйәлдең төрҙәре күп, ә иң йыш осрағаны, ғәҙәттә, ҡулда, бармаҡтарҙа. Иң ныҡ уңайһыҙлыҡ тыуҙырғаны аяҡ табанындағыһылыр, моғайын. 40 йәштән һуң күкрәктә, арҡа өлөшөндә һорораҡ төҫтәге сөйәлдәр күренә башлай, был организмдағы үҙгәрештәргә бәйле.

Сөйәл организмға ҡаты папиллома вирусы үтеп инеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә иммунитет көсһөҙ икән, ул саҡта тиреләге бәләкәй генә яраның сөйәлгә әйләнеүе ихтимал. Вирус дымлы һауаны ярата, шунлыҡтан бассейнда, мунсала махсус аяҡ кейеме булһын. Табанда сөйәл барлыҡҡа килмәһен тиһәң, гигиена талаптарын күҙәтеү мөһим, аяҡтарҙы яҡшы итеп йыуырға, ойоҡтарҙы йыш алмаштырып торорға кәрәк.

Нисек ҡотолорға?

Дауаханала сөйәлде заманса шарттарҙа яндырып, соҡоп, туңдырып, лазер ярҙамында дауалайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был операция ауыртыныуһыҙ үтмәй һәм тулыһынса ярҙам да итмәй. Бер ерҙән алып ташлаһаң, икенсе урында барлыҡҡа килеүе мөмкин.

Әгәр сөйәл ҡамаусаламаһа, уға теймәгеҙ, ул ҙурая һәм тәнгә тарала башлағанда дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Сөйәлде дауалағанда кислоталы препараттар яҡшы һөҙөмтә бирә. Уларҙы ҡулланыр алдынан ҡулланмаһы менән яҡшылап танышып сығығыҙ. Бер-ике аҙна дауамында сөйәл бөтмәһә, дауалауҙы туҡтатырға һәм табипҡа мөрәжәғәт итергә.

С витаминын йәиһә аскорбин кислотаһын ҡулланып ҡарағыҙ. Бер төймә витаминды һыу менән иҙергә һәм сөйәлгә ябып, бәйләп ҡуйырға. Быны төнгөлөккә эшләү яҡшы.

Шулай уҡ салицил кислотаһы препараттары ла һөҙөмтәле. Әммә уларҙы диабет менән ауырығандарға һәм ҡан әйләнеше боҙолған кешеләргә ҡулланырға ярамай. Сөйәлде ҡапларлыҡ 40 процентлы салицил кислотаһы булған пластырь уңайлы.

А витамины ла яҡшы. Бер капсуланы асып, сөйәлгә һөртөргә. Әммә бындай дауалау курсы оҙайлы, 2-3 айға һуҙылырға мөмкин.

Дарыуханаларҙа вирусҡа ҡаршы риодоксол майы һатыла, уны ҡулланыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.


Мәҡәләнең аҙағын 80-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: