ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Октябрь 2018, 11:10

Мөғжизәләр тыуҙыра, еңеүҙәргә әйҙәй

Харрас ағай Байғазин менән бер тапҡыр осрашҡандан һуң да уның ихтыяр һәм рух көсө, төшөнкөлөктән арындырып, яҡтылыҡҡа әйҙәй, йәшәргә дәрт бирә.

Уның менән әңгәмә шул тиклем фәһемле, башҡаларҙы, йәшәү мәғәнәһен аңларға ярҙам итә. Яҙмышы ниндәй генә ҡатмарлы булһа ла, күңел сафлығын, кешелеклеген юғалтмаған ул. Көслө шәхес тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеп кенә ҡалмай, төрлө яҡлап үҫешеүгә лә ирешә.
Тәбиғәттән бирелгән ижади һәләте тамашасыны һөйөндөрә. Тәрән йөкмәткеле шиғырҙары йөрәккә үтеп инә, уларҙы көйгә лә һала ул. Уның йырҙарын танылған артистар ҙур сәхнәләрҙә яңғырата. Харрас Фәүриәт улы үҙе лә мәҙәни сараларҙа йыш ҡатнаша, моңло тауышы менән тамашасыны шатландыра.
Шулай ҙа спорт уның тормошонда төп урын биләйҙер, моғайын. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында республикала инвалидтар спортына иғтибар бик бирелмәй ине. Харрас ағай, коляскала хәрәкәт итергә мәжбүр булғандарҙы ойоштороп, 1994 йылда Башҡортостанда тәүгә уҙғарылған ауыр атлетика буйынса чемпионатҡа алып сыға. Күмертауҙа уңышлы сығыш яһап дәртләнеп ҡайтҡан һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар, татыу бер коллективҡа берләшеп артабан етди шөғөлләнергә ҡарар итә. Шулай итеп, 1995 йылдан Харрас Байғазин етәкселегендә ”Бөркөт” спорт клубы эш башлай. Гер һәм штанга буйынса даими ныҡышмалы күнекмәләр һөҙөмтәһе ярыштарҙа күренә. Юрий Корогодов, Раян Садиҡов, Камил Йомаев, Әмирғәли Кәшәфетдинов, Ирина Пушка, Галина Ғәбиҙуллина республика, Рәсәй кимәлендә чемпион исеменә лайыҡ була. Ә Харрас Байғазиндың инвалид спортсыларға арнап яҙған гимны чемпионаттарҙа даими яңғырай. Уның шәхси өлгөһө лә, ижады ла тик алға ынтылырға, бирешмәҫкә ярҙам итә.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 84-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: