ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Октябрь 2018, 11:15

Сирҙе алдан иҫкәртергә мөмкин

Остеопороз ваҡытында һөйәк муртҡа, тиҙ һыныусанға әйләнә. Ауырыу яй үҫешә, әммә уның билдәләрен алдан тойорға була. Буйығыҙ кәмеүен, кәүҙәгеҙ бөкөрәйеүен һиҙһәгеҙ, янбаш һөйәге быуыны, умыртҡа ауыртһа, төндә аяғығыҙҙы ҡорошҡаҡ тотһа, аяҡ-ҡулығыҙҙы йыш һындырһағыҙ, хәүефләнергә урын бар.
Һөйәк массаһы дәүмәле аҙыҡ-түлектә кальций миҡдары етерлек булыуына, физик әүҙемлеккә һәм ҡанда Д3 витаминына бәйле. Тикшереү күрһәтеүенсә, бөгөн халыҡтың 3 проценты ғына һөт ризыҡтарын тейешле кимәлдә ҡабул итә.
Хәүеф төркөмөнә кемдәр инә?
Рәсәйҙә 50 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙың - 30, ир-егеттең 20-25 процентында остеопороз билдәләре бар. Сирҙең дәрәжәһе һәр кемдә төрлөсә, әлбиттә. Күреме 45 йәшкә тиклем туҡтаған һәм кәүҙә ауырлығы 57 килограмдан кәм булған ҡатын-ҡыҙ ауырыуға тиҙ бирешергә мөмкин.
Остеопороз нәҫелдә булыуы ла хәүефте арттыра. Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлек менән мауығыу, ҡалҡан биҙе сирҙәре, шәкәр диабеты, бронхиаль астма, артрит, бөйөр һәм бауыр ауырыуҙары уның үҫешенә сәбәпсе.
Уны нисек иҫкәртергә?
Өлкән йәштә айырыуса кальцийға бай аҙыҡ-түлек менән туҡланырға кәрәк: бауыр, сыр, балыҡ, йомортҡа.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 84-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: