Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Октябрь 2018, 12:56
Һаулыҡ һаҡлауҙа етдилек зарур
Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү көнүҙәк.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов район үҙәк дауаханаһының хирургия, травматология, психотерапия, кардиология бүлектәрендә булды. Сараның маҡсаты - халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифаты, ремонт эштәре барышы, мөһим медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителеүе менән яҡындан танышыу.
Бөгөн дауаханала “Асыҡ регистратура”эшләй, белгестәргә яҙылыу өсөн уңай шарттар булдырылған. Үҙәк дауаханала 166 врач, 735 урта медицина хеҙмәткәре иҫәпләнә, әммә уларға ҡытлыҡ күҙәтелә. Был, әлбиттә, хеҙмәтләндереү сифатында сағылыш таба. Йыл башынан 14 врач килгән (12 медицина хеҙмәткәрен хаҡлы ялға оҙатҡандар, бер нисәүһе уҡыуын артабан дауам итергә теләгән, эшҡыуарлыҡты һайлағандар ҙа бар), бөгөн штатты йәш кадрҙар менән тулыландырыу буйынса килешеүҙәр төҙөлгән. 2016 йылдан урындағы бюджет иҫәбенә 7 белгескә фатир тапшырылған. Шулай уҡ Иштуған, Партизан фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ремонтҡа район бюджетынан 1 миллион һум аҡса бүленгән.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 84-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит