“Республикала фельдшер-акушер пункттарының 70 проценттан ашыуырағы авария хәлендә йәки уларға капиталь ремонт талап ителә, ФАП-тар - ауылдағы төп проблемаларҙың береһе”, - тип белдерҙе Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров.
Районда бөтәһе 49 һаулыҡ һаҡлау пункты бар. Аҙна башынан ул Ужа, Һамар-Ивановка, Ҡыҙрай, Первомай, Тамьян, Ҡотош, Ҡаран һәм башҡа ауылдарҙа медицина хеҙмәте торошо менән танышты. Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү талабы ҡуйҙы.