ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Февраль 2019, 12:30

Сирҙән ҡурҡырға ярамай

Мәғлүм булыуынса, СПИД-тан һаҡланыуҙың иң ышаныслы юлы - иммунитет дефициты вирусын йоҡтормау. Бәхеткә ҡаршы, ул һауа-тамсы юлы, көнкүреш әйберҙәре аша йоҡмай, шулай уҡ бөжәктәр тешләүе аша ла күсмәй. Бөгөн инфекцияның күсеү юлдары өйрәнелгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, таралыу тиҙлеге кәмемәй.

Бик күп йоғошло вирустарҙы вакцина ярҙамында кәметергә насип булды, әммә XXI быуат сиренән һаҡлаған прививка тураһында әлегә хыялланырға ғына ҡала.
Мәғлүм булыуынса, СПИД-тан һаҡланыуҙың иң ышаныслы юлы - иммунитет дефициты вирусын йоҡтормау. Бәхеткә ҡаршы, ул һауа-тамсы юлы, көнкүреш әйберҙәре аша йоҡмай, шулай уҡ бөжәктәр тешләүе аша ла күсмәй. Бөгөн инфекцияның күсеү юлдары өйрәнелгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, таралыу тиҙлеге кәмемәй.
Вирус ҡан, күкрәк һөтө, сперма һәм аналыҡ еңсәһе бүлендеге кеүек кеше организмындағы шыйыҡсаларҙан тыш йәшәй алмай. Шуға бәйле, уның өс таралыу юлы билдәләнгән: енси юл, ҡан аша һәм әсәнән балаға күсеү.
Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең районда сирҙең енси юл менән күсеү осрағы күп, йәғни дөйөм һандың 79 процентын тәшкил итә улар. Инфекцияны йоҡтороу өсөн бер генә осраҡлы бәйләнеш тә етә. Ҡан тамыры аша күсеү күренеше күберәк тамырға наркотик ҡаҙағанда дөйөм шприц, энә менән файҙаланғанда осрай. Шулай уҡ һуңғы осорҙа бала табырға һәләтле йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында вирус йоҡтороу осрағы артты. Был - демография торошона кире йоғонто яһаған факторҙарҙың береһе. Сир төкөрөк, күҙ йәше, тир аша йоҡмай.
Бөгөн республикала вирус йөрөткән 31290-ға яҡын кеше теркәлгән. Мәләүез районында 525-тән ашыу граждан иҫәптә тора. Былтыр 59 кешенең сир йоҡтороуы асыҡланған.
СПИД-ты дауалау мөмкин түгел. Унан һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы - иҫкәртеү һәм алдан асыҡлау. Бөгөн врачта күҙәтеүҙә торғанда, ваҡытында тейешле дауа алғанда кеше ғүмеренә хәүеф янамай.
Дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһы учреждениеларында Рәсәй граждандарына бушлай тикшереү үтергә һәм дауаланырға мөмкин. Район-ҡала халҡына ВИЧ-инфекцияға анализ бирергә тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙҙең һаулыҡ торошон белеү ваҡытында медицина ярҙамын алырға, етди ауырыуҙарҙы иҫкәртергә ярҙам итәсәк.
Шәүрә ӘБДРӘШИТОВА, врач-эпидемиолог ярҙамсыһы.
Читайте нас: