ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Февраль 2019, 11:51

Теҙелгән ынйы бөртөктәре

Илебеҙҙә теш һыҙлауынан интегеүселәр бик күп икән. Уларҙың боҙолоуын күбеһенсә экологияға, тейешле талаптарға яуап бирмәгән аҙыҡ-түлек ашауға, тәрбиәләп, таҙартып тормауға бәйләбеҙ. Тик стоматологтарға даими күренеп торорға кәрәклеге тураһында ниңәлер онотабыҙ. Хәйер, былай тип әйтеү бик үк дөрөҫ тә түгелдер, сөнки кеше үҙенең проблемаһын белһә лә, врачҡа барыуҙы кисектерә килә. Йә ваҡыты булмай, йә аҡсаһы етмәй, йә ҡурҡып йөрөй. Һуңынан инде боҙолғанын алдырырға ғына ҡала.

- Кешенең сәләмәтлеге тештәргә ныҡ бәйле, сөнки яҡшылап сәйнәлмәгән аҙыҡ ашҡаҙанда ла насар эшкәртелә, һөҙөмтәлә, организм тейешле матдәләрҙе алып бөтөрә алмай. Был кешенең талсығыуына, хәлһеҙләнеүенә, эшенең һөҙөмтә­лелеге кәмеүгә килтерә. Стоматологияла бөгөн 53 персонал хеҙмәт итә, шуларҙың 16 теш врачы, 22 медсестра. Барлыҡ ҡорамалдар, йыһаздар, материалдар өр-яңы технологиялар ҡулланып эшләнгән. Ике стерилизациялау шкафы, инструменттарҙы һаҡлау өсөн алты ультрафиолет лампаһы, физкабинетҡа дауалау өсөн “Оптодан” лазер аппараты һатып алынды. Быйыл лаборатория, физкабинетҡа бүлмәһенә ремонт эшләнде. Әлеге көндә белгестәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ, - ти стоматология поликлиникаһы мөдире Тәлғәт Моратов.
Бында һәр белгес мөләйем, яғымлы һәм тырыш. Шулар араһында Нурия Берлишева - үҙ эшенең оҫтаһы. Ул, 1996 йылда медицина колледжын тамамлағас, урынлаша. “Һәр икенсе балала кариес. Олоғая барған һайын ул тағы ла арта. Өлкән йәштәге кешеләрҙең 5-6 ғына үҙ теше ҡала. Таш ултырыу, ҡаҙна (десна) ҡанау кеүек ауырыуҙар ҙа киң таралған. Уның һыҙлауы ашҡаҙан, хатта йөрәк ауырыуҙарына килтерә. Теш ауыртыу, тешһеҙ ҡалыу уйын эш түгел”, - ти ул. 22 йыл хеҙмәтен урыны еренә еткереп башҡара. Нурия Жалғас ҡыҙы йортонда ла уңған, балалары өсөн ныҡлы терәкле әсәй. Улы Ерлан Өфөлә аграр университетында уҡый, икенсеһе Арыҫлан ҡала һөнәрселек колледжында белем ала, ә бәләкәс ҡыҙы Анелия мәктәп - уҡыусыһы. Киләсәктә ейән-ейәнсәрен ҡулына алып һөйөрөнә, уларға терәк-таяныс булырына өмөтләнеп йәшәй ул.
Һәр кем йылына ике тапҡыр стоматологҡа күренергә тейеш тиһәләр ҙә, күпселек, түҙә алмаҫлыҡ булып һыҙлай башлағас ҡына, табипҡа бара. Был проблема һәр ҡайһыбыҙҙа юҡ түгел, әгәр ҙә иртәле-кисле таҙартып торһаҡ, ваҡытында врачҡа мөрәжәғәт итһәк, үҙ тештәребеҙ менән оҙағыраҡ йәшәрбеҙ.
Һүрәттә: Нурия Берлишева пациенттарының ынйылай теҙелгән тештәре сәләмәт булһын тип тырыша.
Автор фотоһы.
Читайте нас: