Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Март 2019, 13:10
Йөҙҙәрҙән китмәһен йылмайыу
Матур итеп һөйләшеүгә, йылмайыуға ни етә? Тештәрҙең ап-аҡ, сәләмәт һәм тигеҙ булыуының күберәге үҙебеҙҙән торһа ла, стоматологтың да, ысын мәғәнәһендә, роле ҙур ғына. Шуны белһәк тә, күптәребеҙ ҡурҡыпмы, башҡа сәбәптәр табыпмы, врачҡа мөрәжәғәт итмәй, йә һуң бара. Ә бит ихлас йылмайыу тормоштағы күп мәсьәләне йырып сығырға, уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә.

Ә кем ул стоматолог? Был ауыр, әммә бик кәрәкле һөнәрҙе йәштәр нисек һайлай? Оҡшаймы ул? Пациенттарыңдан рәхмәт һүҙҙәре ишеткәнсе күпме тир, көс түгергә тура килгәнен барыһы ла аңлаймы икән? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән беҙ бөгөн стоматологияның беренсе категориялы врачы Илһам ЕРМАКОВҠА мөрәжәғәт иттек.
- Әйтегеҙ әле, бала саҡта теш врачынан ҡурҡа торғайнығыҙмы?
- Эйе, сөнки ҡурҡыу тойғоһо кешегә тәбиғәт тарафынан бирелә.
- Ә ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайларға булдығыҙ?
- Минең апайҙарым медицина өлкәһендә эшләне. Уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалғанмындыр инде, әммә атайымдың кәңәше төп этәргес булды. Мәктәптә уҡығанда уҡ юғары уҡыу йортона инергә әҙерләндем. Бигерәк тә биология, химия, математика фәндәренә иғтибарҙы йүнәлттем. Уҡытыусыларыма, атайыма, әсәйемә дөрөҫ йүнәлеш биргәндәре, белемдәре өсөн рәхмәтлемен, сөнки был һөнәрҙе һайлағаныма үкенгәнем булманы.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 26-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит