ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Апрель 2019, 18:16

Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау һағында

“Республика Хөкүмәтенә медицина учреждениелары биналары төҙөү, капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу программаһын булдырыу бурысы йөкмәтелә”. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ Мөрәжәғәтнамәһенән.

“Республика Хөкүмәтенә медицина учреждениелары биналары төҙөү, капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу программаһын булдырыу бурысы йөкмәтелә”.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ Мөрәжәғәтнамәһенән.
Районда әсәлек һәм балалыҡты яҡлау, әсәй булырға әҙерләнгән гүзәл заттар иртәгәһе көнгә ышаныслы ҡараһын өсөн күп эш башҡарыла. Бөгөн 27 койка-урынға иҫәпләнгән бала табыу бүлексәһе замандан артҡа ҡалмаҫҡа тырыша, уның матди-техник базаһы йылдан-йыл нығый. Үҙәк район дауаханаһы баш врачының балалыҡ һәм бала табыу буйынса урынбаҫары Наталья ЗАБЕЛИНА менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.
- Наталья Юрьевна, билдәле булыуынса, балалар һәм әсәйҙәр сәләмәтлеген һаҡлау - медицина учреждениеһының өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Ә был, тәү сиратта, яңыса технологияларға, заманса йыһаздарға бәйле. Был тәңгәлдә һуңғы осорҙа ниндәй ыңғай үҙгәрештәр бар?
- Быйыл бала табыу бүлексәһенә тыуыу сертификаттары иҫәбенә сабыйҙың һаулыҡ торошон баһалау приборы, шулай уҡ ҡандағы билирубинды тикшереү йыһазы, ауырлылар өсөн һауаны озонға байыҡтырыу ҡорамалы алдыҡ. Һуңғыһы - әсәнең һаулығын нығытыу, өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеүсе күп функциялы аппарат.
Быйылдан бүлексәлә ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ике урын булдырылды.
Учреждениела 2 операция, 4 бала тыуҙырыу залы бар. Һәр залға трансформер-карауат, сабыйҙың, әсәнең һаулығын күрһәткән мониторҙар урынлаштырылған.
- Бала һәм буласаҡ әсәй һаулығын күҙәтеү ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында уҡ башлана. Был өлкәлә ниндәй яңылыҡтар бар?
- Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына әсә ҡарынындағы баланың йөрәк тибешен күҙәтеү мониторы алынды. Бынан тыш, гинекология креслолары һәм сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн башҡа ҡорамалдар яңыртылды.
Артабан да сабыйҙарҙың үлемен иҫкәртеү, гүзәл заттарҙың репродуктив сәләмәтлеген нығытыу өлкәһендә эш дауам итәсәк. Буласаҡ әсәйҙәр ҙә, үҙ сиратында, һаулығын йәштән ҡайғыртһын ине, тип теләге килә.
Лена Абдрахманова яҙып алды.
Читайте нас: