ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Апрель 2019, 19:13

“Медицина кадрҙары етмәүе - етди мәсьәлә

Бөгөн дауалау учреждениеларына 1300-гә яҡын врач талап ителә. Кәрәкле белгесте үҙегеҙ эҙләгеҙ, уларға социаль һәм көнкүреш йәһәттән ярҙам итегеҙ. Йырлағыҙ, бейегеҙ - тик китмәһендәр генә. Һеҙҙең тырышлыҡ яҡташтарығыҙҙың һаулығы булып әйләнеп ҡайтыр”.Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ Мөрәжәғәтнамәһенән.

Бөгөн дауалау учреждениеларына 1300-гә яҡын врач талап ителә. Кәрәкле белгесте үҙегеҙ эҙләгеҙ, уларға социаль һәм көнкүреш йәһәттән ярҙам итегеҙ. Йырлағыҙ, бейегеҙ - тик китмәһендәр генә. Һеҙҙең тырышлыҡ яҡташтарығыҙҙың һаулығы булып әйләнеп ҡайтыр”.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ Мөрәжәғәтнамәһенән.


Тырышлығы рәхмәт булып ҡайта

Медицина белгестәренең етмәүе - халыҡ өсөн генә түгел, ә ошо шарттарҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәргә лә етди проблема. Айырыуса участка врачтарына ауырға тура килә. Поликлиникала пациенттарҙы ҡабул итергә лә, өйҙә ярҙам күрһәтергә лә, иҫкәртеү эшен алып барырға ла өлгөрөргә кәрәк. Уның араһында тейешле документ тултырыу, рецепт яҙыу, отчет тапшырыу бурыстарын да ваҡытында үтәү мөһим.

Эйе, участка терапевы Гөлнара Усманованың эше еңелдәрҙән түгел. Әммә, һөнәрен яратҡанғалыр, арыһа ла, талсыҡһа ла, уның ауырлығын күрмәй. Кешеләргә ярҙам итә алыуынан, уларҙың хәлен яҡшырта алыуынан кинәнес кенә ала. Шуға ла өйөнә, ике ҡыҙы һәм тормош иптәше янына, ҡанатланып ҡайта.

Гөлнара Риф ҡыҙы сығышы менән Хәйбулла районы Мәмбәт ауылынан. Врач булыу теләге 9-сы кластан һуң Өфөгә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһына уҡырға алып килә. Унда ҡыҙ ике йыл медицина класында уҡый, махсус курс үтә, өҫтәмә дәрестәр ала. Был йәһәттән ул бала саҡ хыялын бойомға ашырырға бөтә көсөн һалған атай-әсәһенә ҙур рәхмәтле.

- Класыбыҙҙа 28 уҡыусы булһа, шуның 22-һе медицина университетына уҡырға инде, - ти ул. - Юғары уҡыу йортоноң дауалау факультетын, һуңынан интернатураны уңышлы тамамлауымда гимназияла уҡыуыма бурыслымын, тип уйлайым.

Студент сағында Ейәнсура районы егетенә тормошҡа сыға һәм диплом алғас, йәш ғаилә 2015 йылда Мәләүезгә килеп төпләнә.

- Баш ҡалаға барғанда ла, ҡайтҡанда ла икебеҙ ҙә ошо бәләкәй генә ҡалаға һоҡланып үтә инек. Фатир алыуы ла, балалар үҫтереүе лә еңелерәк, тыуған яҡҡа яҡыныраҡ булыр тип, бында нигеҙ ҡорҙоҡ һәм бер ҙә үкенмәйбеҙ, - ти Гөлнара Усманова.

Үҙәк район дауаханаһы коллективы йәш белгесте ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Эш башлағанда ул айырыуса юғары категориялы врачтар Зөләйха Мөхөтдинова, Гөлсөм Вәлиеваның терәк-таянысын, ярҙамын тоя.

- Учреждениела эш шарттары йылдан-йыл яҡшыра. Пациенттарҙы тикшереү ҡорамалдары яңыртыла. Дауахана системаһына ныҡлы үтеп ингән мәғлүмәт технологиялары эшебеҙҙе еңелләштерергә булышлыҡ итә. Электрон врачҡа яҙылыу киң ҡулланыла. Шуға күрә компьютерҙар ҙа алмаштырылһа, еңелерәк булыр ине, - ти йәш врач.

Гөлнара Риф ҡыҙына көнөнә 30-32 кеше ҡабул итергә тура килә. Киҙеү, вируслы инфекция таралған ваҡытта өйгә саҡыртыуҙар менән бергә 40-тан да ашып китә. Үҙенең участкаһында 1769 кеше иҫәпләнә. Улар араһында бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 7 тол ҡатын, I, II төркөм инвалидтары бар. Уларҙың бөтәһе лә айырым иғтибар талап итә.

Көнө буйы кешенең аһ-зарын, ауырыуын тыңлау ҡыйын түгелме һуң тигән һорауға, йәш врач:

- Ҡабул итеүгә төрлө кеше килә. Улар араһында йылы һүҙ ишетергә генә килеүселәр ҙә осрай. Шуға күрә ваҡыт ни тиклем аҙ булыуға ҡарамаҫтан, уларға иғтибар бирергә, тыңларға, шулай уҡ уларҙы тынысландырырлыҡ һүҙ әйтергә тырышам. Уларҙың рәхмәтен ишетеү минең дә күңелемде күтәрә. Был һөнәрҙе мин аңлы рәүештә һайланым. Ә эшт яратыу өсөн, тәү сиратта, кешеләрҙе яратыу мөһим, - тип яуап бирҙе.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Һүрәттә: йәш врач Гөлнара Усманованың башҡорт телен яҡшы белеүе оло йәштәге пациенттар менән аңлашырға еңеллек бирә.

Автор фотоһы.
Читайте нас: