ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Май 2019, 12:48

Диспансеризацияның яңы тәртибе

Рәсәйҙә өлкән йәштәгеләр өсөн диспансеризация үтеүҙең яңы тәртибе раҫланды. Документҡа ярашлы, ҡырҡ йәштән һуң медицина тикшереүен йыл һайын үтеү мөһим.

Рәсәйҙә өлкән йәштәгеләр өсөн диспансеризация үтеүҙең яңы тәртибе раҫланды. Документҡа ярашлы, ҡырҡ йәштән һуң медицина тикшереүен йыл һайын үтеү мөһим. Бының өсөн эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәренә көн бирергә тейеш. РФ Хеҙмәт министрлығы Хеҙмәт кодексына төҙәтмә индереүҙе хәстәрәләй. Уның маҡсаты - олоғайғас барлыҡҡа килеү ихтималлығы булған сирҙәрҙе, атап әйткәндә онкология ауырыуҙарын алдан иҫкәртеү, ваҡытында дауалау һәм күҙәтеүгә алыу. 2020 йылдан диспансерлаштырыу ваҡытында яман шеште асыҡлаған врачтарҙы дәртләндереү сараһы ҡабул ителәсәк. Был яңы тәртип дөйөм медицина тикшереү процесына йоғонто яһамай. Ул элеккесә өс йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Район-ҡалала быйыл 40 йәше тулған 28 меңгә яҡын кеше үтергә тейеш.
Читайте нас: