Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Май 2019, 17:27

Һаулыҡ, дуҫлыҡ, матурлыҡ байрамы

Йыл һайын үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре май айында спорт фестивале үткәрә. Быйыл да матур традицияға тоғро ҡалдылар. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған спартакиадала ете команда ҡатнашты.

Йыл һайын үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре май айында спорт фестивале үткәрә. Быйыл да матур традицияға тоғро ҡалдылар. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған спартакиадала ете команда ҡатнашты. Уларҙы баш врач урынбаҫары Наталья Забелина һәм профсоюз ойошмаһы рәйесе Шәүрә Әбдрәшитова ҡотлап, спорт ярышында уңыш һәм ихтыяр көсө теләне. Дөйөм алғанда, халыҡ һаулығы һағында тороусылар йыл әйләнәһенә төрлө сараларҙа әүҙемлек күрһәтә. Ҡышын уларҙы йыш “Сәләмәтлек” саңғы трассаһында күрергә була. Хеҙмәт коллективтары араһында уҙғарылған спорт сараларынан да ситтә ҡалмай улар. Яҡшы физик әҙерлек, етеҙлек күрһәтеп, маҡтаулы урындарға лайыҡ булалар.
Яҙғы спорт фестивале лә медиктар өсөн күңелле ял сараһына әйләнгән. Улар уны көтөп ала. Быйыл уларға еңеүсе исемен яулау өсөн ҡулсаға туп ырғытыу, иҙәндән кәүҙәне күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, ҡатнаш эстафета һәм дартс буйынса көс һынашырға тура килде. Спортсыларҙың сығышын йылдағыса Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы тренерҙары баһаланы. Командаларҙың барыһы ла еңеүгә ҙур ынтылыш, һәр этапта ихтыяр көсө күрһәтте. Фестивалдән медицина хеҙмәткәрҙәре йылдағыса дәрт, илһам һәм йылы тәьҫорат алды.
Ләйсән СӘЛИХОВА.
Һүрәттә: ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы командаһы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: