Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Май 2019, 17:38

Ә һеҙ диспансеризация үттегеҙме әле?

Билдәле булыуынса, халыҡты диспансерлаштырыу Рәсәйҙә 2013 йылда башланды. Уны Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы булған һәр кем үтергә хоҡуҡлы.

Билдәле булыуынса, халыҡты диспансерлаштырыу Рәсәйҙә 2013 йылда башланды. Уны Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы булған һәр кем үтергә хоҡуҡлы.

Был сара нимә өсөн кәрәк?
Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк. Шуға ла бөгөн сирҙе алдан профилактикалау медицинала төп йүнәлеш иҫәпләнә. Йәш буйынса диспансеризация үтеүҙең әһәмиәте хаҡында һәр кем белергә тейеш. Уның төп маҡсаты - йөрәк-ҡан тамырҙары һәм яман шеш ауырыуҙарын алдан асыҡлау. Шулай уҡ был сара алкоголь, наркотик ҡулланған кешеләрҙе билдәләүгә лә йүнәлтелгән.
2019 йылда нисәнсе йылдар үтә?
Халыҡтың күп өлөшө һәр өс йыл һайын үтә. Йыл һайын тикшерелергә тейеш кешеләр ҙә бар: улар - йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш ауырыуҙары булғандар, инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, атом станцияларында һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар.
Диспансеризация үтеү йәшен билдәләү ауыр түгел. Бының өсөн быйыл һеҙгә нисә йәш тулған йәки туласаҡ, шул һанды өскә бүләһең. Ҡалдыҡһыҙ бүленһә, тимәк, һеҙҙең йылғылар тикшереү үтә.
Был һаулыҡ һаҡлау сараһы беренсе тапҡыр 21 йәш тулғас билдәләнә. Тап ошо осорҙа хәүефле сирҙәрҙең тәүге билдәләре барлыҡҡа килергә мөмкин.
Быйыл медицина тикшереүен 1920, 1923, 1926, 1929, 1932, 1935, 1938, 1941, 1944, 1947, 1950, 1953, 1956, 1959, 1962, 1965, 1968, 1971, 1974, 1977, 1980, 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998 йылғылар үтә.
Ниндәй анализдар һәм белгестәрҙе үтергә?
Түбәндәге пункттарҙы үтеү һәр кеше өсөн мотлаҡ:
- анкета һорауҙарына яуап биреү;
- артериаль баҫымды үлсәү;
- ҡандағы шәкәр, холестерин кимәлен билдәләү;
- флюорография.
Диспансеризация үтеү күп ваҡытты аламы?
Был мөһим һаулыҡ һаҡлау сараһын үтеү өсөн хәҙер бер көн дә етә.
Нимәнән башларға?
1. Өлкәндәр поликлиникаһының 211-се кабинетына барырға. Үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛС һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға.
2. Бында һеҙгә амбулатор картаһы тултырасаҡтар, анкета һорауҙарын бирәсәктәр, буйығыҙҙы, ауырлығығыҙҙы үлсәйәсәктәр. Ошонда уҡ ҡандың дөйөм анализын бирәләр, шулай уҡ холестерин, шәкәр кимәлен тикшерәсәктәр, ЭКГ үткәрәсәктәр.
3. Ҡалған тикшереүҙәр енескә һәм йәшкә бәйле. Мәҫәлән, 39 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙарға маммография үтеү, 45 һәм 51 йәше тулған ир-егеттәргә простата яман шешенә анализ биреү ҡаралған.
4. Анализ һөҙөмтәләре әҙер булғас, график буйынса ҡабул иткән терапевҡа барырға. Артабан врач, кәрәк тип тапһа, пациентты белгестәргә йүнәлтә.
Лена АБДРАХМАНОВА әҙерләне.
Шәхси фекер
Гүзәл ЗАҺИҘУЛЛИНА, хеҙмәткәр:
- Диспансеризацияны тейешле ваҡытта үтеп барам. Тап ошо медицина тикшереүе ваҡытында артериаль ҡан баҫымым юғары булыуы асыҡланды. Врач күрһәтмәләрен үтәргә тырышам, сөнки йөрәк-ҡан тамырҙары сиренең ҡурҡыныс икәнлеген беләм. Был һаулыҡ һаҡлау сараһын үтеүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Диспансеризация кабинетының эш графигы уңайлы. Иртәнге 8-гә килһәң, бөтә анализдарҙы, тикшереүҙәрҙе үтергә мөмкин. Белгестәр иһә киске 7-гә тиклем ҡабул итә. Эшләгән кешеләр шәмбелә иртәнге 8-ҙән 12-гә тиклем мөрәжәғәт итә ала.
Читайте нас: