Конгэк
+20 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Июнь 2019, 15:32
Ауылда стоматология кабинеты эшләй
Аптраҡта стоматолог кәрәклеге хаҡында һүҙ күптән бара ине. Яҡташтары, Апас ауылы егете - дипломлы белгес Сәлих Шәриповтың теш дауалау кабинеты асыу тураһында башланғысын халыҡ, шул иҫәптән биләмә хакимиәте етәкселеге күтәреп алды. Һөҙөмтәлә бинаға тейешле ремонт үтте һәм ошо яҙҙан врач-стоматолог пациенттарҙы ҡабул итә башланы.

- Ауылдаштарыма файҙалы булғым, белемемде, тәжрибәмде уларҙың теше сәләмәтлегенә йүнәлткем килә, - ти Сәлих Мөбәрәк улы. - Хеҙмәт, әлбиттә, түләүле, сөнки эшҡыуар булараҡ теркәлдем, әммә яҡташтарым юлға киткән аҡсаһын экономиялай ала.
Һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәһендә халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Хакимиәт башлығы Зөфәр Ғималетдинов әйтеүенсә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының матди-техник базаһын нығытыуға, белгестәр йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә.
Лена АБДРАХМАНОВА.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты