ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Июль 2019, 18:53

21 быуат сире

Кисә Бөтә донъя аллергия ауырыуына ҡаршы көрәш көнө билдәләнде. Халыҡҡа уның тәүге симптомдарын иҫкәртеү һәм профилактика үткәреү маҡсатында уҙғарыла. Аллергия менән сирләүселәр һаны йылдан-йыл арта, хроник ауырыуҙар сәбәбе булып тора. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының статистика күрһәткесе буйынса, планетала йәшәүселәрҙең 40 проценты сирләй. Рәсәйҙә һәр өсөнсө өлкән кеше, һәр дүртенсе бала аллергия менән яфалана.

Кисә Бөтә донъя аллергия ауырыуына ҡаршы көрәш көнө билдәләнде.
Халыҡҡа уның тәүге симптомдарын иҫкәртеү һәм профилактика үткәреү маҡсатында уҙғарыла. Аллергия менән сирләүселәр һаны йылдан-йыл арта, хроник ауырыуҙар сәбәбе булып тора. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының статистика күрһәткесе буйынса, планетала йәшәүселәрҙең 40 проценты сирләй. Рәсәйҙә һәр өсөнсө өлкән кеше, һәр дүртенсе бала аллергия менән яфалана. Күҙәтеүе буйынса, 21 быуат аллергия быуаты буласаҡ. Ауырыуҙың килеп сығыуына саң, хайуандар йөнө, үлән һеркәһе, дарыуҙар, химик матдәләр, аҙыҡ-түлек, бөжәктәр, үңәҙ бәшмәктәре сәбәпсе булып тора. Әлеге ваҡытта сирҙең барлыҡҡа килеүҙең 90 проценты арахис, һөт, диңгеҙ продукттары, йомортҡа, урман сәтләүеге, соя, бойҙай, балыҡтан булғанлығы раҫланған, ә теҙмәләге иң тәүге өсәүһе иң көслө аллерген тип табылған.
Тәндең ҡысыуы, шешенеү, экзема, тымау, тын ҡыҫылыу, төнгө ҡоро йүтәл кеүек симптомдар барлыҡҡа килгәндә, шулай уҡ ауырыу нәҫелдән килһә, кисекмәҫтән аллерголог-иммунологҡа күренергә кәрәк.
Ауырыуҙы профилактикалау әсә ҡарынында уҡ башлана, сабый тыуғас, баланы сыныҡтырыу, вируслы сирҙәрҙән прививка эшләтеү зарур. Әгәр инде аллергия барлыҡҡа килгән икән, уның сәбәбен асыҡлау маҡсатында врачҡа мөрәжәғәт итергә, ауырыу киҫкенләшкәндә, үҙеңә һәм яҡындарыңа тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнергә кәрәк.
Әлеге осорҙа аллергия сирлеләрҙе диагностикалауҙа, дауалауҙа яҡшы уңыштарға өлгәшелде. Республикала юғары квалификациялы аллерголог-иммунологтар эшләй, сирлеләр махсус медицина ярҙамына таяна ала.
Читайте нас: