Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Июль 2019, 16:29

Һөйөү бөтәһенә лә баш

Бер ҡатын тышҡа сыҡһа, тупһаһында аҡ һаҡаллы өс ҡарт ултырғанын күрә.

Бер ҡатын тышҡа сыҡһа, тупһаһында аҡ һаҡаллы өс ҡарт ултырғанын күрә.

- Һеҙ, моғайын, ас. Әйҙәгеҙ инеп, ашап сығығыҙ, - тип өйөнә саҡырған.
- Бөтәбеҙ бергә өйгә инә алмайбыҙ, - тип яуаплаған улар.
- Ә ни өсөн? - тип ғәжәпләнгән хужабикә.
Ҡарттарҙың береһе шулай тип аңлатҡан:
- Беҙҙең беребеҙҙең исеме Байлыҡ, икенсебеҙҙеке Һаулыҡ, өсөнсөбөҙҙөкө Мөхәббәт. Кемебеҙҙе ҡунаҡ итеп күрергә теләйһегеҙ, бар иреңдән һора.
Ҡатын ингән дә ишеткәнен иренә һөйләп биргән.
- Бик яҡшы, - тигән хәләле. – Әйҙә Байлыҡты саҡыр.
Ҡатыны ҡаршы төшкән:
- Әйҙә Һаулыҡты индерәйек!
Уларҙы тыңлап торған ҡыҙҙары:
- Ә ни өсөн беҙ Мөхәббәтте саҡырмайбыҙ? Ул инһә, өйөбөҙҙә һөйөү урынлашыр...
- Ысынлап та, әйҙә ҡыҙыбыҙ менән килешәйек. Бар, Мөхәбәтте саҡыр, ҡунаҡ итәйек, - тигән ире.
Ҡатын сыҡҡан да:
- Һеҙҙең кемегеҙ Мөхәббәт? Әйҙәгеҙ өйгә, ҡунағыбыҙ булырһығыҙ!
Аҡһаҡалдарҙың береһе өйгә табан атлай, ә ҡалған икәүһе – уның артынан.
Ҡатын аптырап:
- Мин бит һеҙҙе саҡырманым... – тигән.
Теге өсәү шулай тип яуап биргән:
- Йортоғоҙға Байлыҡты йәки Һаулыҡты ғына саҡырһағыҙ, беҙҙең икәүебеҙ урамда ҡалған булыр ине. Ә һеҙ Мөхәббәтте саҡырҙығыҙ. Ә һөйөү булған өйҙә һаулыҡ та, байлыҡ та була...

Читайте нас: