ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Август 2019, 17:54

1-нән 7 авгусҡа тиклем Бөтә донъя әсә һөтө менән туҡландырыуҙы хуплау аҙналығы үтә.

Әсә һөтө - сабыйҙарға иң яҡшы аҙыҡ. Унда кескәйҙәрҙең сәләмәт үҫеше өсөн бөтә файҙалы һәм туҡлыҡлы матдәләр бар. Күкрәк һөтөн бер нәмә менән дә алмаштырыу мөмкин түгел. Әсәһен имеп үҫкән балаларҙа ашҡаҙан-эсәк, ҡолаҡ, аллергия, һимереү, атеросклероз, шәкәр диабеты, яман шеш, теш-ҡаҙна ауырыуҙары һирәк осрай. Ғүмер бүләк иткән кешеһенең күкрәк тәңгәлендә ятыу ҙа сабый өсөн бик мөһим. Әсә һөтө менән үҫкәндәр эргә-тирәһендәгеләр менән уртаҡ тел тиҙ табыуы менән дә айырыла.

Йәш әсә өсөн дә имеҙеүҙең файҙаһы күп. Бала тапҡандан һуң тиҙерәк һауығалар, күңел тыныслығы кисерәләр, уларға ҡан ағыу, аҙ ҡанлылыҡ хәүефе янамай. Шулай уҡ мастопатия, яман шеш, остеопороз кеүек сирҙәрҙе иҫкәртә.
Имеҙеү бала өсөн һөт ҡатнашмалары ғына түгел, ә дауаланыуға дарыу алыуға ла ғаилә бюджетын экономиялай, сөнки яһалма һөт менән туҡланған бала йышыраҡ ауырый. Уның тағы бер уңайлы яғы - “ризыҡ” һәр ваҡыт эргәлә: һауа шарттары ла, юлдағы тығындар ҙа, электрҙың юҡлығы ла ҡурҡыныс түгел. Уны йылытырға, һыуытырға кәрәкмәй.
Имеҙгән ваҡытта әсәй һәм бала араһында яҡынлыҡ барлыҡҡа килә. Был мөнәсәбәт оҙаҡ йылға тиклем дауам итергә мөмкин. Күкрәк һөтө әсәгә үҙенең балаһын яҡшыраҡ аңларға, сабыйҙың эмоциональ именлегенә, ә ҡатындың үҙ-үҙенә ышаныуына булышлыҡ итә.
Зилә ӨМӨТБАЕВА, балалар поликлиникаһы мөдире.
Читайте нас: