ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Август 2019, 16:18

Мең ауырыуға ҡаршы меңьяпраҡ

Меңьяпраҡ (тысячелистник) үләнен киптереп тә, яңы өҙөп алынған килеш тә ҡулланалар. Йыш ҡына төнәтмә һәм ҡайнатма әҙерләйҙәр.

Меңьяпраҡ үләнен киптереп тә, яңы өҙөп алынған килеш тә ҡулланалар. Йыш ҡына төнәтмә һәм ҡайнатма әҙерләйҙәр.
Төнәтмә әҙерләү: 1 балғалаҡ киптерелгән меңьяпраҡ үләнен ике стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне ас ҡарынға көнөнә өс тапҡыр бер ҡалаҡ эсергә. Дауа ашҡаҙандың гастрит, сей яра ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланыла. Берәй эске ағзанан ҡан килгәндә лә төнәтмә файҙалы. Тик был осраҡта дауаны әҙерләгәндә бер стакан ҡайнар һыуға ике ҡалаҡ үлән һалына.
Киптерелгән үләндән яһалған онтаҡ яраның тиҙерәк уңалыуына ярҙам итә.
Ашҡаҙандың әселеге түбән булғанда яңы өҙөп алынған үҫемлектең һутын ҡулланырға кәңәш ителә. Дауаны ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр 2-3 ҡалаҡ эсергә. Һутҡа бал ҡушып көнөнә өс тапҡыр 1 ҡалаҡ ҡабул итеү бауыр сирләгәндә, дөйөм һаулыҡ ҡаҡшағанда ярҙам итә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
Ҡайнатма әҙерләү: 1 балғалаҡ үләнде, 1 стакан һыуға һалып, 3-5 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Әҙер ҡайнатма менән ауыҙ эсе боҙолғанда, ҡаҙна ҡанағанда ауыҙҙы сайҡатыу, һытҡылы битте иртәле-кисле һөртөү файҙалы.
Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә тәҡдим ителә.
Читайте нас: