Конгэк
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Сентябрь 2019, 19:39

Республикала «Сәләмәтлек поезы» мең шәкәр диабеты һәм 40 онкология сирен асыҡланы

Башҡортостанда «Сәләмәтлек поезы» акцияһы барышында 78 мең кеше тикшереү үтте. 14 туберкулез, 40-тан ашыу раҫланған яман шеш осрағы асыҡланды, бер нисә мең кеше «шәкәр диабеты» диагнозы менән иҫәпкә ҡуйылды. 150 кеше Өфө кардиология үҙәгендә дауаланырға, 300 кешегә Өфө дауаханаларында юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш.

Стоматология модулдәре лә юғары һөҙөмтәлелек күрһәтте, мотлаҡ медицина страховкалау фонды аҡсаһы иҫәбенә уларҙа 500 ауыл кешеһе дауаланды.
«Халыҡ беҙҙең акция тураһында ыңғай фекерҙә, тағы ла килеүҙәрен һорайҙар. Әлегә дүрт районға ғына бармай ҡалдыҡ, ләкин 1 октябргә тиклем тотош республикала йөрөп сығырбыҙ», — тип һөйләне һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Салауатта «Онкопатруль» акцияһына йомғаҡ яһағанда.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бындай акциялар мотлаҡ дауам ителер.
«Халыҡ сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙың мөһим икәнен аңлаһын, организмын насар ғәҙәттәр менән һәләк итмәһен ине. Яман шеш сире беренсе стадияла уҡ асыҡланғас, кешенән өҫтәмә тикшереү үтеүен һәм дауалана башлауын һорайҙар, ә ул быларҙың барыһынан да баш тартып, үҙен ҡәбергә илтә», — тип билдәләне Радий Хәбиров.