ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Сентябрь 2019, 16:48

7 бала янғында һәләк булған

Уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда һәләк булыусылар һанының артыуы билдәләнә.

Башҡортостанда йыл башынан 192 кеше, шул 7 бала янғында һәләк булған иҫәптән. Уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда һәләк булыусылар һанының артыуы билдәләнә. Янғындың төп сәбәптәре - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.

Тәьҫирле иҫкәртеү сараһы сифатында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты 55 йәштән өлкәнерәк яңғыҙ йәшәгән фәҡир граждандарҙы янғын тураһында хәбәр иткән приборҙар менән тәьмин ителергә тейешле граждандар категорияһына индерергә тәҡдим итте.

Аҙ тәьмин ителгән һәм яңғыҙ граждандарға электр сымының, мейестең төҙөклөгөн тикшереүҙә ярҙам итеү ҙә янғынды иҫкәртеүҙең һөҙөмтәле сараһы булып тора. Әлеге ваҡытта ошондай ярҙам күрһәтеү механизмы әҙерләнә.
Читайте нас: