Конгэк
+8 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Сентябрь 2019, 12:01
“Һаулыҡ” милли проекты сиктәрендә дауалау шарттары яҡшыра
Мәләүез үҙәк район дауаханаһында ауырыуҙарға медицина ярҙамын күрһәтеү шарттары яйлап яҡшыра бара
Мәләүез үҙәк район дауаханаһында ауырыуҙарға медицина ярҙамын күрһәтеү шарттары яйлап яҡшыра бара
2018 йылда “Матди-техник базаны нығытыу буйынса юл картаһы” программаһы сиктәрендә медицина учреждениеһына 7 миллион 300 мең һум бүленде. Бала табыу бүлексәһенең ҡыйығы, тәҙрәләре капиталь ремонтланды. Шулай уҡ инфекция, психотерапия, наркология бүлексәләрендә төҙөкләндереү эштәре алып барылды.
Быйыл капиталь ремонтҡа 40 миллиондан ашыу аҡса бүленде. Шул иҫәптән балалар поликлиникаһын ремонтлауға - 19 миллион 466 мең һум. Бала табыу йортона - 16 миллион 799 мең һум, лифттарҙы алмаштырыуға - 3 миллион 780 мең һум.
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге саралары иҫәбенә врач-физкультура бүлексәһе ремонтлана. 2018 йылда 3 миллион 721 мең һумға, быйыл 636 мең һумға ремонт эшләнде. Киләсәктә был бинала түләүле медицина хеҙмәте урынлашасаҡ. Әлеге ваҡытта балалар поликлиникаһында капиталь ремонт бара.
Үҙәк район дауаханаһын мәғлүмәтләштереү буйынса ла эш дауам итә. Регистратураға компьютер техникаһы, инфомат, мәғлүмәт таблоһы ҡуйылды, ашығыс ярҙам диспетчерына автоматлаштырылған урын бирелде.
Пациенттарҙың МТС, Билайн, Мегафон элемтәләренең түләүһеҙ номерҙары буйынса Контакт-үҙәк операторы, Интернет аша врачҡа электрон яҙылыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Рецептар һәм шулай уҡ ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы, йәғни больничныйҙар биреү электрон-һанлы ҡултамға ҡулланып бирелә. Ҡабул итеү бүлексәһенә пациенттарҙы теркәү реаль ваҡыт режимында ғәмәлгә ашырыла.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?