Конгэк
+7 °С
Болотло
Telegram
ОК
VK
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Сентябрь 2019, 13:53
Милли проект сиктәрендә һатып алынған яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Яңауыл районының Истәк ауылында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты аҡсаһына һатып алынған беренсе фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Яңауыл районының Истәк ауылында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты аҡсаһына һатып алынған беренсе фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункты 1969 йылда һалынған ағас йортта урынлашҡан булған, 2018 йылдың апрелендә ул авария хәлендә тип танылған.
Истәк фельдшер-акушерлыҡ пункты 620 кешене, шул иҫәптән 134 баланы хеҙмәтләндерә.
Типовой бина «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү» проекты сиктәрендә һатып алынған. Ағымдағы йылда республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы:
— 29 модулле ФАП-тар һатып алырға, шуларҙың алтауһы элек ФАП булмаған һәм 100-ҙән ашыу кеше йәшәгән ҡасабаларҙа; 23 авариялы биналарҙы алмаштырырға;
— Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы программаһы буйынса өс ФАП төҙөргә;
— 27 күсмә медицина комплексы һатып алырға (7 флюорограф һәм 20 күсмә ФАП) ниәтләй.
Ошо маҡсатҡа 376 миллион һум йүнәлтелгән, шуның 266,2 миллионы – федераль бюджеттан.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь 2023, 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь 2023, 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?
2024 йылда әсәлек капиталына ниндәй үҙгәрештәр индереләсәк
Хәтергә һеңгән һандар