ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Ноябрь 2019, 17:21

“Әсә һәм бала”ға - 10 йыл

“Әсә һәм бала” компаниялар төркөмө - Рәсәйҙә шәхси медицина хеҙмәтен күрһәтеүселәр араһында лидерҙарҙың береһе. Ошо көндәрҙә ул Башҡортостанда эшләй башлауының 10 йыллығын билдәләй.

“Әсә һәм бала” компаниялар төркөмө - Рәсәйҙә шәхси медицина хеҙмәтен күрһәтеүселәр араһында лидерҙарҙың береһе. Ошо көндәрҙә ул Башҡортостанда эшләй башлауының 10 йыллығын билдәләй.

Ун йыл элек был компания амбулатория клиникаһы асып, республикала үҙ эшен башланы. Артабан күп функциялы госпиталь төҙөнө.

Әлеге ваҡытта “Әсә һәм бала” Башҡортостанда ҙур абруй яулаған компания. Тап уның ярҙамында тиҫтә йыл эсендә 5480 бала тыуҙы, 6350 цикл ЭКО, шул иҫәптән Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһында эшләнде. Госпиталгә мөрәжәғәт иткән пациенттар бер нисә йүнәлеш буйынса медицина хеҙмәтен алды. Ойошма ғаиләнең бөтә ағзаларын хеҙмәтләндереүе менән дә ҙур әһәмиәткә эйә.
Читайте нас: