ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Декабрь 2019, 12:45

Шарттар булғас эшләүе лә күңелле

Фельдшер Гөлсинә Ханнанова Аҡназар һәм Мотай халҡын хеҙмәтләндерә.

“2020 йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙең бөтә тораҡ пункттарында ла медицина ярҙамы булдырылырға тейеш. Шуны билдәләп үткем килә: 2019-2020 йылдарҙа 1590 врач амбулаторияһы һәм фельдшер пункттары төҙөлөргә һәм үҙгәртеп ҡоролорға тейеш. Әлеге ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә “Һаҡсыл поликлиника” проекты бойомға ашырыла. Һөҙөмтәлә регистратура, врачҡа сират кәмене. Бындай поликлиникаларҙа булғаным бар, улар бына тигән эшләй”

РФ Президенты В. В. Путин Мөрәжәғәтнамәһенән.

Һуңғы йылдарҙа райондың фельдшер-акушерлыҡ пункттары ыңғай үҙгәреш кисерә. 48 медпункттың 7-һе ремонтланды. Атап әйткәндә, Аҡназар, Бельский, Васильевка, Дарьино, Ҡаран, Үрге Юлдаш, Яңауыл ауылдары халҡы заманса яңыртылған медицина учреждениеларында хеҙмәтләндерелә.

Аҡназар фельдшер-акушерлыҡ пункты 2000 йылда асылған. Шунан алып кирбестән эшләнгән бинаға ремонт эшләнмәгән. Былтыр район хакимиәте, үҙәк район дауаханаһы етәкселәре тикшереп киткәндән һуң һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын төбәк бюджеты иҫәбенә төҙөкләндерергә ҡарар ҡабул ителә.

Уның сиктәрендә стеналар буялған, канализация, һыу үткәрелгән, ишек һәм тәҙрәләр алмаштырылған, биләмә кәртәләнә башлаған.

Фельдшер Гөлсинә Ханнанова Аҡназар һәм Мотай халҡын хеҙмәтләндерә. Ике ауылда дөйөм 411 кеше теркәлгән, шуның 280-гә яҡыны даими йәшәй. Улар араһында пенсия йәшендәгеләр ҙә, 18 йәшкә тиклемге балалар ҙа, бер йәшкә тиклемгеләр ҙә, ауырлы ҡатындар ҙа бар. Уларҙың һәр береһе айырым иғтибар талап итә. Милли календарь буйынса прививкалар эшләй, ашығыс ярҙам һорап килеүселәрҙе хеҙмәтләндерә. Пункт мөдире әйтеүенсә, шарттар булғас, яҡташтарҙы ҡабул итеүе лә, эшләүе лә күңелле.
Читайте нас: