Конгэк
-3 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Декабрь 2019, 17:18
Яман шеште бергәләп еңербеҙ
Хәҙерге заманда онкология сире ҡағылмаған ғаилә һирәктер ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханаға мөрәжәғәт иткәндә, күп осраҡта был сир аҙған була. Йә беҙ уны белмәй йөрөйбөҙ, йә, киреһенсә, һиҙемләүгә ҡарамай, врачҡа барыуҙы кисектерәбеҙ. Ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә “Һаулыҡ мәктәбе” проекты сиктәрендә “Иң яҡшы врач - 2018” конкурсы лауреаты, паллиатив ярҙам врачы, онколог Гөлнур Ниғмәнова мәләүездәргә лекция уҡыны.

“Бөгөн медицина алға киткән осорҙа сирҙең һуңғы стадияһында ла кеше ғүмерен оҙайтып була. Кеше ғүмеренән дә ҡәҙерлерәк бер нәмә лә юҡ”, - ти врач. Үпкә, ашҡаҙан, йыуан эсәк, аналыҡ муйынсаһындағы сирҙең үтә ҡурҡыныс икәнлеген киҫәтте. Йөҙ ағарһа, телдең төҫө боҙолһа, яралар, сөйәл, миң барлыҡҡа килһә, ризыҡ йотоуы ауырлашһа, тиҙ арала врачҡа яҙылырға кәрәклеген ҡабатланы.
Онколог Гөлнур Ниғмәнованың лекцияһын мәләүездәр бик ҡыҙыҡһынып тыңланы, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит