Конгэк
+21 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Декабрь 2019, 13:20
БАШҠОРТОСТАНДА ХӘМЕРҘӘН АҒЫУЛАНЫП ҮЛЕҮ ОСРАҠТАРЫ 70% КӘМЕГӘН. Ә ИЛДӘ, КИРЕҺЕНСӘ, АРТҠАН
Быйыл туғыҙ айҙа Рәсәйҙә 5 меңдән ашыу кеше алкоголдән ағыуланып үлгән, был уҙған йылға ҡарағанда 12% күберәк. Башҡортостанда, киреһенсә, байтаҡҡа аҙыраҡ.
Быйыл туғыҙ айҙа Рәсәйҙә 5 меңдән ашыу кеше алкоголдән ағыуланып үлгән, был уҙған йылға ҡарағанда 12% күберәк. Башҡортостанда, киреһенсә, байтаҡҡа аҙыраҡ.
Радий Хәбиров быны ҙур еңеү тип атаны.
«Был барыбыҙ өсөн дә ҙур еңеү һәм уйланыр өсөн сәбәп! Тәүҙә миңә был саралар популяр булмаҫ кеүек тойолғайны, ләкин халыҡтың 70% тиерлек эскелеккә ҡаршы көрәште хуплай икән. Һәммәбеҙ ҙә был яуызлыҡтың беҙҙең сафты ҡырыуын аңлайбыҙ, һәм был "хәрби" юғалтыуҙар түгел, ә ахмаҡлыҡ менән. Хәмерҙән үлеү осраҡтарының күбеһе ял көндәренә тура килә. Кемдәр эсә, улар ҙа бындай тормоштан ялҡҡан, ә кемдәр эсмәй, тирә-йүндәгеләрҙең эсеүенән - ғауғаһынан, шау-шыуынан ялҡҡан... Хәмер ғаиләләрҙе тарҡата, шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йәшел йыланға ҡаршы эш алып барғаныбыҙ өсөн миңә рәхмәт әйтә. Был мин йөрөп ҡайтҡан барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ла шулай. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлда!» — тип яҙҙы республика етәксеһе.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты